gram news
Аватар канала БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

@bashbst

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

ПроектыKKНовости

2,000подписчиков

Открыть канал

Последние посты

  • БСТ | Яңылыҡтар

    2 сент., 11:12

    Рәсәйҙә йорт хайуандарын теркәү ҡағиҙәләре һәм ваҡыты үҙгәреүе мөмкинХалыҡтан мөрәжәғәттәр күп булған. Вице-премьер Дмитрий Патрушев тейешле ведомстволарға был мәсьәләне ентекле өйрәнергә ҡушты. Теркәү процесында урындағы халыҡ, профилле ойошмалар тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ. 2023 йылдан алып илдә йорт хайуандары теркәлә. Тәүҙә эре мал, аттар һәм сусҡа иҫәпкә алынды. 2025 йылда ҡуян, бал ҡорттары теркәлде. Хәҙер ҡоштарға сират еткән. Яңы ҡағиҙәләр буйынса 1 сентябрҙән йорт ҡоштары 10 баштан күберәк булһа, иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    1 сент., 07:17

    🚀 Стәрлетамаҡ!5 сентябрь сәғәт киске алтыла Салауат Юлаев исемендәге скверҙа «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале үтә.Сәхнәлә — БҮРЕЛӘР төркөмө, BABY Ti һәм Тимур Ямалов.Инеү бушлай! Кил! сағыу, заманса саранан ситтә ҡалма!
  • БСТ | Яңылыҡтар

    20 авг., 12:41

    ⚡️Ағиҙел ҡалаһында Радий Хәбиров баҡсасылар менән осраштыПенсионер апайҙарҙың береһе ололарға «Алға» картаһының ярҙам итеүе тураһында белдерҙе.«Унһыҙ был тиклем уңыш та булмаҫ ине. Баҡсаға аҙнаһына бер тапҡыр ғына барыр инек. Былай көн һайын йөрөйбөҙ. Юл да яҡшы, быйыл асфальтты тәртипкә килтерҙеләр», – тине ул.Радий Хәбиров йәшелсә һатып алды һәм баҡсасыларға уңыштар теләне.
    187видео1Открыть в Telegram
  • БСТ | Яңылыҡтар

    28 июл., 12:18

    Ҡаршылыҡтар менән йүгереү һәм спорт ориентирлашыуы буйынса ярыш, билдәле кешеләр менән аралашыу, күсмә уйындар, иң яҡшы артистар менән асыҡ һауала дискотека – былар барыһы ла «Za единство – Za берҙәмлек» фестивалендә мотлаҡ булсаҡ, тип раҫлай Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.35 йәшкә тиклемгеләр өсөн бында теркәлеү үтергә: https://clck.ru/3UYRH3Үҙ проектыңа 1 миллион һум бында алырға мөмкин: https://clck.ru/3UYb28
  • БСТ | Яңылыҡтар

    22 июл., 08:53

    ⚡️ Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыраларФестиваль «Za единство – Za берҙәмлек» 4-6 августа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында уҙа.Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә.Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    15 июл., 07:49

    Өфөлә балалар һыуға бата яҙғанҠаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14-17 йәшлек 4 үҫмер Йылы күлендә ҡуртымға кәмә алған. Көслө ямғыр башланғас улар ярға сығырға ашыҡмаған, киреһенсә кәмәне һелкетеп уйнағандар. Ул түңкәрелгән, балалар ярҙан йөҙ метр алыҫлыҡта һыуҙа ҡалған. Уларҙы дежурҙа булған ҡотҡарыусылар күреп ҡалған, ярҙамға килеп өлгөргән.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    15 июл., 07:48

    Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы яғыулыҡ буйынса ҡыҙыу линия булдырҙыАуыр хәлдә ҡалған предприятиеларға, хужалыҡтарға ярҙам күрһәтелә. Ҡыҙыу линия һандары ведомство сайтында бар, 8-800-234-93-80 номерына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәттә төбәк, яғыулыҡ төрө, уның хаҡына, йә етешмәүенә бәйле проблема аныҡланырға тейеш.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    21 июн., 19:00

    4 июлдә Мәскәүҙә һабантуй үтәсәкУл “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ойошторола. Байрам майҙанына “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла. Ул “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. Халыҡты дастан геройҙары ҡаршылай. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Ошонда уҡ “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылырға тәҡдим ителә. Шағирә, журналист Лариса Абдуллина менән осрашыу көтөлә. Китап йәрминкәһе була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    20 июн., 05:53

    Виктор Козлов “Йыл матчы”ның тренер штабына индерелдеИлдең иң оҫта 49 уйынсыһы Санкт-Петербургка хоккей миҙгелен тамамлау сараһына саҡырылды. Улар араһында “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары Вадим Шипачев һәм Александр Жаровский бар. Матчта беҙҙең команданың баш тренеры Виктор Козлов та ҡатнаша. Командаларҙың капитаны булараҡ донъя хоккейы йондоҙҙары Артемий Панарин һәм Михаил Сергачев һайланған. “Йыл матчы” Милли һәм Континенталь хоккей лигаларының алдынғы уйынсыларын берләштерә. Иң яҡшы хоккейсылар ярышы 25 июлдә үтә.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    18 июн., 11:41изменён

    «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН?26 июндә 18:00–23:00 Өфө ҡалаһындағы Арт-КВАДРАТ майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтәсәк.Был телде, музыканы, ижадты һәм заманса башҡорт мәҙәниәтен берләштергән ҙур open-air сара. Фестиваль башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мастер-кластар аша популярлаштырыуға йүнәлтелгән.Фестиваль 2019 йылда башланып, 2026 йылда өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2024 йылдағы сарала 8000-дән ашыу кеше ҡатнашып, ул киң танылыу алды.2026 йылда ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар һәм мастер-кластар көтә. Фестиваль йәштәр өсөн туған телдең заманса, матур һәм абруйлы булыуын күрһәтәсәк.Инеү ирекле!📍 Арт-КВАДРАТ, Өфө 📅 26 июнь 🕕 18:00–23:00Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.
    253видео3Открыть в Telegram
  • БСТ | Яңылыҡтар

    19 мая, 12:30

    Башҡортостанда аттракциондар тикшереләБыл тема хөкүмәттә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, ҡоролмалар үтә хәүефле объект тип һанала. Улар кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереүе ихтимал. Шуға хәүефһеҙлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Аттракциондарҙа даими тикшереү уҙғарырға, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреп торорға кәрәк, тине Андрей Назаров. Быйыл май айында Стәрлетамаҡта аттракционда 12 йәшлек малай ауыр йәрәхәтләнде. Ул республика дауаханаһына оҙатылған.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    13 мая, 11:42

    Өфө районы Нөрлө ауылында сәнәғәт объектында янғын сыҡтыҒәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, бында күсмә лаборатория эшләй, һауа сифаты тикшерелә. "Белгестәр химик матдәләр таралыу мөмкинлеген тикшерә. Хәл контролгә алынған", -тине ул. Аварияла өс кеше йәрәхәттәр алған, улар дауаханаға һалынған.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    13 мая, 11:39

    Яңауыл районында мутлашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың тол ҡатынын алдағанУл 16 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Ҡатынға йәнәһе лә пенсия фондынан шылтыратҡандар, иренең миҙалын алыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорағандар. Унан һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинетына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр, енәйәт эше менән янап иҫәптә булған бар сумманы ҡулаҡса менән сығарып алырға күндергәндәр. Ҡатын Яңауылда 9 миллион һәм Нефтекамала 7 миллион аҡсаһын курьерҙарға тапшырған.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    27 апр., 09:17

    Башҡортостанда балаларға бензин һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәләрБыл турала Республика парламентының комитет ултырышында белдерелде. -Тыйыуҙы хәмер һәм тәмәке һатыуға булған сикләү һымаҡ билдәләргә кәрәк. Яғыулыҡ станцияһы хеҙмәткәре һатып алыусының йәшендә шикләнһә, ул шәхес йә водитель танытмаһын талап итергә тейеш, тигән фекерҙә тәҡдим авторҙары. Проект республика юлдарында балалар ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    25 апр., 07:34

    Өфө Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләргә әҙерләнәҠала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп тантаналар 9 майҙа үтә. Ватанды һаҡлаусыларҙы һәйкәлдәренә сәскә һалына. Ҡала советы янындағы майҙанда парад буласаҡ. Унан һуң байрам концерты ҡаралған. "Үлемһеҙ полк" акцияһы быйыл онлайн форматта уҙғарыла. 9 майҙа байрам салюты булмай. Еңеү көнө алдынан шулай уҡ төрлө акциялар, иҫкә алыу саралары ойошторола.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    21 апр., 10:26

    "Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" миҙалы булдырылдыУның менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек алып барыусылар бүләкләнә. Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Был миҙал дәрәжәһе буйынса Башҡортостан дәүләт наградалары системаһында генерал Шайморатов миҙалы һәм "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы араһында тора. Миҙал түңәрәк диск рәүешендә эшләнгән. Уртаһында "Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" тигән яҙыу бар.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    18 апр., 07:32

    Башҡортостан хужалыҡтары орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән-Техниканың әҙерлек кимәле яҡшы. Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Баҫыуҙарҙа 12 мең трактор эшләй. Яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыла,- тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров ил хөкүмәтенә финанс ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы 17 миллиард һумға льготалы кредит хуплаған.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    16 апр., 09:48

    Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланаИртәгәнән йорттарға йылы биреү туҡтатыла. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Документ һуңғы көндәрҙә уртаса һауа температураһы 8 градустан юғары булыуға бәйле ҡабул ителгән. Ҡарар үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына тоташтырылған йорттарға ҡағыла.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    14 апр., 11:39

    Башҡортостан йылғаларында экстремаль туризм миҙгеле башландыҠотҡарыусылар Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһында Айғыр тупһаһында ваҡытлыса пост булдырған, дежур ойошторолған. Был көндәрҙә ошо урындан кәмә менән 20-нән ашыу кеше үткән. Ҡотҡарыусылар уларҙы хәүефле урындар тураһында иҫкәрткән. - Сәфәр алдынан туристик төркөмдәрҙе һәм маршруттарҙы теркәргә кәрәк, - тип белдерәләр ведомствонан.
  • БСТ | Яңылыҡтар

    9 апр., 12:32

    Өфөлә биләмәләр талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртеләРеспублика дезинфекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре 13 апрелдән ошо эште башлай. Халыҡ күпләп йөрөгән йөҙҙән ашыу биләмә билдәләнгән. Был исемлектә йорт яны майҙандары һәм предприятие ихаталары күрһәтелмәгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, препараттар халыҡ өсөн хәүефһеҙ. Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы тип танылған. Эштәр төнгө сәғәттәрҙә алып барыла.