gram news
Аватар канала "Башҡорттарға — дин!" каналы

"Башҡорттарға — дин!" каналы

@bashdinkanal

Был каналда "Башҡорттарға - дин!" төркөмөнән тик һорау яуаптарҙы ғына һалып торасаҡбыҙ. Күп кешеләр Telegram-ды яҡшы ҡуллана белмәй, шуға күрә мәғлүмәтте эҙләү еңел булһын тип һорау-яуаптарҙы тәртипкә һалырғамы булдыҡ. Һылтанмаһы: https://t.me/bashdinkan

ПроектыKKРелигия

1,270подписчиков

Открыть канал

Последние посты

  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:01

    مَا نَدِمْتُ عَلى شَيْءٍ نَدَمِي عَلى يَوْمٍ غَرَبَتْ شَمْسُهُ نَقَصَ فِيهِ أَجَلِي وَلَمْ يَزِدْ فِيهِ عَمَلِي. Ибн Мәсғүттән ошо һүҙҙәр риүәйәт ителә: «Бер нәмә өсөн үкенгәнемде башҡа бер нәмә менән дә сағыштырып булмай: ғүмеремде кәметеп ҡояшы байыған, ләкин изге эштәремде арттырмаған көн өсөн».Сығанағы тураһында: Был әҫәрҙе хәҙерге замандың күп китаптарында табып була, ләкин боронғо китаптарҙа ул юҡ. Тимәк, әҫәр үҙе көслө түгел, ләкин мәғәнәһе дөрөҫ. (Матур рифмалы шиғыр кеүек тә ҡабул ителә ала).Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға -дин!"каналы
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00

  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00

    Ошоноң кеүек аҙашҡан бәндәләр һаны кәмемәй, арта ғына барасаҡ, ҡәрҙәштәр. Был "ҡөрьәниҙәр" фирҡәһе (сектаһы). Был видияны нәҡ ғибрәт өсөн һалабыҙ, реклама булмаҫ, ин шә Аллаһ. Был зәндәҡәгә (ересь) аңлатма — артабанғы айырым тауышхатта 👇
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00изменён

    قَالَ الدَّقَّاقُ: مَنْ أَكْثَرَ مِنْ ذِكْرِ الْمَوْتِ أُكْرِمَ بِثَلَاثَةِ أَشْيَاءَ: تَعْجِيلِ التَّوْبَةِ، وَقَنَاعَةِ الْقَلْبِ، وَنَشَاطِ الْعِبَادَةِ. وَمَنْ نَسِيَ الْمَوْتَ عُوقِبَ بِثَلَاثَةِ أَشْيَاءَ: تَسْوِيفِ التَّوْبَةِ، وَتَرْكِ الرِّضَى بِالْكَفَافِ، وَالتَّكَاسُلِ فِي الْعِبَادَةِ. Әд-Дәҡҡаҡ әйткән: «Кем үлемде йышыраҡ хәтерләй, шул өс нәмәне отор: — тиҙерәк тәүбә ҡылыуҙы; — ҡәнәғәт йөрәк; — ғибәҙәттә әүҙемлек. Ә кем үлемде онота, шул өс нәмә менән язаланыр: — тәүбәне кисектереү; — етәре менән ҡәнәғәт була белмәү; — ғибәҙәттә ялҡаулыҡ».Сығанағы: الإِمَامُ الْقُرْطُبِيُّ فِي التَّذْكِرَةِИшморат хәҙрәт"Башҡорттарға -дин!"каналы
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00

    Һанһыҙ һорау:Бөҙрәханаға сәсте һатыу дөрөҫмө, яраймы?Яуап: Юҡ, ярамай. Ислам динендә төшөнсә (принцип) : ما أدَّى إلى الحَرامِ فهو حَرامٌ "Харамға алып бара торған эш үҙе лә харам!"Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға -дин!"каналы#сәс
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00

    Һанһыҙ һорау:1) Ҡайһы бер кеше: «Тәһәрәтте газ (ел) тауышын ишетһәң йәки еҫен һиҙһәң генә боҙола», — ти. Ә мин фикх китабында быны кикереү (рыгание) тураһында тип уҡыным. Был дөрөҫмө? 2) Намаҙҙа газ сыҡҡанын аныҡ белһәң, ләкин тауышы һәм еҫе булмаһа, тәһәрәт боҙолмаймы, әллә аныҡ белгәс яңыртырға кәрәкме? 3) Шикләнеү арҡаһында ҡайһы берҙә намаҙҙы тулы уҡып бөткәс, яңынан уҡыйым. Был хатамы? Намаҙҙа һәм тәһәрәттә ышаныс (убежденность) булырға тейеш түгелме? Намаҙ алдынан ныҡлы доға уҡыйым.Яуап:Һорау оҙон булғас, бында яуап ҡына яҙам: 1. Хәҙистәге "еҫ йә тауыш сығыу — кикереү тураһында!" тигән нәмә бөтөнләй дөрөҫ түгел! Йә һеҙ яңылыш аңлағанһығыҙ, йә китапты яҙған кеше дөрөҫ яҙмаған. (Тикшерелмәгән китаптар уҡымағыҙ!). 2. Әгәр еҫ йә тауыш булмаһа ла, тәһәрәттең боҙолғанын белһәң, яңыртыр кәрәк, сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ булмай. 3. Дүрт рәкәғәтлек намаҙ өсөн дә шул тиклем күп ваҡыт
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    11 июн., 07:00

    Һанһыҙ һорау:Аттарҙы маҡтаған хәҙисте ("ялына хәйер бәйле") хәҙерге көндә нисек аңларға һәм ҡулланырға?Яуап:Был хәҙис — сахих (көслө) : الخَيْلُ مَعْقُودٌ فِي نَوَاصِيهَا الخَيْرُ إِلَى يَوْمِ القِيَامَةِ : الأَجْرُ وَالمَغْنَمُ «Аттың ялына Ҡиәмәт көнөнә тиклем хәйер бәйләнгән: сауап һәм ғәнимә (трофей)» (Әл-Бухари, Мөслим). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәрҙә төрлө кешеләрҙе, йән эйәләрен, һөнәр-һәләттәрҙе, ризыҡ-эсемлек, хаттар ниндәйҙер шәйҙәрҙе лә (предметы) маҡтап китә. Уҡытыусы, аттар, дөйә, һарыҡ, уҡ атыу, пальма, бал һ.б. нәмәләр тураһында хәҙистәр табып була. Атты маҡтаған ошо хәҙис ысынлап та мөһим һәм ҡыҙыҡ. Ат бик ғәжәйеп нәмә. Иғтибар итегеҙ: 1400 йылдан ашыу ваҡыт үтте, төрлө роботтар бар, улар нимә генә эшләмәй, ләкин атты тулыһынса алмаштыра торған ҡорамал йә робот яҡында ла күренмәй. Хужаһы аңын юғалтһа ла уны үҙ өҫтөндә килтерә ала, башҡа төрлө үҙенсәлектәре лә күп.
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    2 июн., 17:26

    إِذَا أَرَادَ اللَّهُ بِعَبْدِهِ خَيْرًا فَتَحَ لَهُ بَابَ التَّوْبَةِ وَالنَّدَمِ وَالِانْكِسَارِ وَالذُّلِّ.Ибн Ҡәйим Әл-Джәүзийә әйткән: «Әгәр Аллаһ Тәғәлә кешегә изгелек теләһә, уға тәүбә, үкенеү, ҡайғырыу һәм баҫалҡылыҡ ишектәрен аса».Сығанағы: الوابل الصيب -------- Бөйөк ғалим Ибн Ҡәйимдең (رضي الله عنه) ошо һүҙҙәре мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр был донъяла гөнаһтар өсөн ҡайғырыу тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Улар һәр ваҡыт шат, вайымһыҙ һәм күтәренке кәйефле — әйтерһең, уларға йәннәт гарантияһы алдан уҡ иғлан ителгән.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға -дин!"каналы#сәләфһүҙҙәре
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    2 июн., 17:26

    Һанһыҙ һорау:Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса тәшрик тәкбирҙе һәр кем үҙ аллы әйтәме әллә бергә әйтергәме?Яуап:Бергә түгел, һәр кем айырым.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға -дин!"каналы#һорауяуап
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    2 июн., 17:26

    رُوِيَ أَنَّ رَجُلًا مِنْ بَنِي إِسْرَائِيلَ قالَ: — يا رَبِّ، كَمْ أَعْصِيكَ وَأَنْتَ لا تُعاقِبُنِي...قالَ: فَأَوْحَى اللَّهُ إِلى نَبِيِّ زَمانِهِمْ أَنْ قُلْ لَهُ: — كَمْ مِنْ عُقُوبَةٍ لِي عَلَيْكَ وَأَنْتَ لا تَشْعُرُ؛ إِنَّ جُمُودَ عَيْنَيْكَ وَقَساوَةَ قَلْبِكَ اسْتِدْراجٌ مِنِّي وَعُقُوبَةٌ، لَوْ عَقَلْتَ.Бер риүәйәттә әйтелгән: Бәни Исраил ҡәүеменән бер кеше Аллаһ Тәғәләгә өндәшеп, шулай тигән: — Йә Аллаһ, күпме итәғәтһеҙлек ҡылам, ә һин мине язаламайһың...Һәм Аллаһ Тәғәлә шул замандағы пәйғәмбәргә вәхи иткән: — Әйт шул кешегә, һине күпме язаланым, ләкин һин һиҙмәйһең! Күҙ йәшеңдең сыҡмауы, йөрәгеңдең ҡаты булыуы — һиңә истидрәж һәм яза, белһәң ине...Сығанағы: تفسير القرطبي ج١٨ ص٢٥١ --------- ... Уйланыр өсөн ысынлап та ғибрәтле әҫәр. Кем белә, бәлки мине лә Аллаһ Тәғәлә шулай язалағандыр тип борсолоу урынлылыр ҡайһы бер кешеләр өсөн...Ишморат хәҙрәт
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    “Башҡорттар дингә ҡайтмаһа, уларҙың тоҡомо урыҫтарҙың һанын ғына арттырасаҡ”Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#дин #башҡорттар #тоҡом
    811видео811Открыть в Telegram
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    Һанһыҙ һорау :Ҡорбан салғандан һуң ике рәкәғәт намаҙ уҡырға тигән талап бармы?Яуап :Ундай талап юҡ.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#ҡорбан #намаҙ
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    أن عُرْفُجَةَ بن أَسْعَد أُصيبَ أنفهُ يومَ الكِلابِ في الجاهليَّةِ ، فأتَّخذَ أنفا من ورِقٍ نتَّنَ عليهِ ، فأمره النبيُّ صلى الله عليه وسلم أن يتَّخذَ أنفا من ذهبٍ Хәҙис: Ғүрфәжә ибн Әсғәдтең танауы Джәһилиә заманында Киләб яуында өҙөлә. Ул танауы урынына көмөштән танау (протезы) ҡуя, ләкин көмөш ауыр еҫ сығара. Һәм пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) уға алтындан танау эшләргә ҡуша. Сығанағы: التخريج : أخرجه أبو داود (4232)، وأحمد (19006) وابن أبي شيبة (25773) باختلاف يسير. -------- PS. Алтын ҡуйылған урындан еҫ сыҡмай тип аңлаталар. Протез эшен яҡшы белгән ҡәрҙәш (теш ҡуйыу белгесе) берәй өҫтәмә яҙыр, бәлки.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#хәҙис
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    وَقَالَ لِي مَرَّةً: مَا يَصْنَعُ أَعْدَائِي بِي؟ أَنَا جَنَّتِي وَبُسْتَانِي فِي صَدْرِي، أَنَّى رُحْتُ فَهِيَ مَعِي لَا تُفَارِقُنِي، وَإِنَّ حَبْسِي خَلْوَةٌ، وَقَتْلِي شَهَادَةٌ، وَإِخْرَاجِي مِنْ بَلَدِي سِيَاحَةٌ. Ибн Ҡәйим әйткән: "Бер көн Ибн Тәймиә миңә шулай тине: — Дошмандарым миңә нимә эшләй алһын? Минең йәннәтем-баҡсам — күңелемдә, ҡайҙа барһам да ул минең менән, айырылмай... Мине төрмәгә ултыртһалар — был хәлүәт. Үлтерәләр — шәһәҙәт (шәһит үлеме). Илемдән сығарып ебәрһәләр — сәйәхәт. ----------- Хәлүәт — Аллаһ Тәғәлә менән яңғыҙ ҡалыу; фекерләү, уйланыу, күберәк доғалар ҡылыу өсөн мөмкинлек. Сығанағы: الْوَابِلُ الصَّيِّبُ مِنَ الْكَلِمِ الطَّيِّبِ لِابْنِ الْقَيِّمِ.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#сәләфһүҙҙәре
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    Һанһыҙ һорау :Кеше гөнаһ ҡылһа, шул хаҡта "аманат" тип һөйләргә мөмкинме? (йәғни, быны гөнаһ тип һаналамы, аноним рәүештә һорарға яраймы, ары ни эшләргә?)Яуап :Әгәр берәй мәсьәләне хәл итер өсөн кәрәк икән, була. Исемен асмай ғына төҙәтеп булһа, кешенең гөнаһын асмағыҙ. Әгәр исемен асыу кәрәк (асмаһағыҙ зыяны ҙурыраҡ була, мәҫәлән) асырға ла мөмкин. Ләкин бындай эштәрҙе әмин (честный, благородный) кешеләр менән хәл итегеҙ. Һәр бер теләгән кеше ҡыҫылырға тейеш түгел.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#һорауяуап
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    Һанһыҙ һорау :Ҡорбан итенең бер өлөшөн балаларға бирһәң буламы?Яуап :Оҡшаш яуаптар булды. Ҡыҫҡаса: эйе, була. Ҡорбандың бер өлөшө нәҡ туғандар өсөн бит инде. Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ҡорбан итенең ӨС ТӨРӨ (үҙеңә, туғандарыңа, фәҡирҙәргә) ТИГЕҘ өс өлөшкә бүленмәһә лә ярай. Әйтәйек, мәҫәлән (!) 8 кило үҙеңә, 5 — туғандарға, ә ярлыларға — 3 кенә булһа ла, МӨМКИН. ------ Һеҙҙең осраҡта, балаларыңдан тыш ярлыларға саҡ ҡына булһа ла (2-3 кг) саҙаҡа итеп бир. Шулай яҡшыраҡ булыр.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#ҡорбан
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    قَالَ مالك بن دينار (رَحِمَهُ اللَّهُ): — بِقَدْرِ مَا تَحْزَنُ لِلدُّنْيَا فَكَذَلِكَ يَخْرُجُ هَمُّ الآخِرَةِ مِنْ قَلْبِكَ، وَبِقَدْرِ مَا تَحْزَنُ لِلآخِرَةِ فَكَذَلِكَ يَخْرُجُ هَمُّ الدُّنْيَا مِنْ قَلْبِكَ... Мәлик ибн Динәр әйткән: «Донъяң өсөн ни тиклем ҡайғырһаң, шул тиклем йөрәгеңдән ахирәт уйҙары ла китер. Ахирәт тураһында ни тиклем уйланһаң, шул тиклем йөрәгеңдән донъя ҡайғыһы ла юғалыр".Сығанағы: كتاب الزهد لابن أبي الدنيا (صفحة 74).Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин! "каналы#сәләфһүҙҙәре
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    Һанһыҙ һорау :Мин онотоп кисә ҡултыҡ аҫтындағы үҫентене ҡырып ташлағанмын, һуңынан ғына иҫемә төштө, миңә ҡорбан салырға буламы?Яуап :Әлбиттә була. Борсолмағыҙ.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#һорауяуап #ҡорбан
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    Һанһыҙ һорау :Ҡорбанға салынған малдың ите-һөйәген ҡош-ҡортҡа бирмәҫкә тигән дөрөҫмө?Яуап :Юҡ, ундай сикләү юҡ. Борсолмағыҙ. Нисек ҡулланһаҡ та ярай.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#ҡорбан
  • "Башҡорттарға — дин!" каналы

    26 мая, 07:36

    عَنْ عُبَيْدِ اللَّهِ بْنِ أَبِي جَعْفَرٍ أَنَّهُ قَالَ: «إِذَا كَانَ الْمَرْءُ يُحَدِّثُ فِي مَجْلِسٍ فَأَعْجَبَهُ الْحَدِيثُ فَلْيُمْسِكْ، وَإِذَا كَانَ سَاكِتًا فَأَعْجَبَهُ السُّكُوتُ فَلْيَتَحَدَّثْ». Ғүбәйдүллаһ ибн Әби Джәғфәр шундай кәңәш биргән: «Әгәр кеше берәй йыйылышта булһа һәм уның һөйләгәне үҙенә оҡшаһа — шымһын. Әгәр иһә шым ултырыуы үҙенә оҡшап китһә — һөйләшһен!». Сығанағы: سير أعلام النبلاء (6/10). -------- Мысырҙың бөйөк ғалимы, фәҡиһ, мөхәҙҙис, заһит (аскет) Ғүбәйдүллаһ ибн Әби Джәғфәр (һижри 60 - 134 йылдар) биргән ошо кәңәш бик фәһемле. Изге сәләфтәр бөтә ғәмәлдәрендә лә — һүҙ әйтһәләр ҙә, хатта шымһалар ҙа, рийә (показуха) тигән нәмәнән ҡурҡҡан.Ишморат хәҙрәт"Башҡорттарға - дин!" каналы#сәләфһүҙҙәре