Последние посты

Башҡортостан ҡыҙы
1 апр., 03:49
https://vk.ru/wall-37933420_86363ВКонтакте«Башҡортостан ҡыҙы» | «Дочь Башкортостана». Пост со стены.Хәҙер алдашмайым. Мәрәкәле монолог Микрофон алдында Ҡәҙербай тора: елкәһен ыуа, сәстәрен һыйпай ... Смотрите полностью ВКонтакте.
Башҡортостан ҡыҙы
1 апр., 02:30
1 апрель - Көлкө көнө!😄😄😄💥💥💥💫💫💫Ҡәҙерле дуҫтар!Һеҙҙе Көлкө көнө менән ҡотлайбыҙ!😊🥰😍Һәр саҡ күтәренке кәйефтә, гел йылмайып-көлөп кенә йәшәргә яҙһын!
Башҡортостан ҡыҙы
31 мар., 08:23
Кеше организмы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт- Кеше мейеһе энциклопедияға ҡарағанда 5 тапҡыр күберәк мәғлүмәт һыйҙыра ала. - Мейе төндә яҡшыраҡ эшләй. - Ғалимдар фекеренсә, IQ һы юғары кешеләр төштө күберәк күрә. - Мейе 80 % ҡа һыуҙан тора. - Кешенең көнөнә 60-100 бөртөк сәсе ҡойола. - Урта бармаҡтың тырнағы башҡаларына ҡарағанда тиҙерәк үҫә. - Ҡулдағы тырнаҡтар аяҡтыҡына ҡарағанда 4 тапҡырға шәберәк үҫә. - Бер сәс бөртөгө 3-7 йыл йәшәй. - Ашҡаҙандағы кислота лезвиены "ашап", юҡҡа сығарырлыҡ кәскә эйә. -Ҡан тамырҙарының оҙонлоғо - 96 000 км. -Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәге ирҙәрҙекенә ҡарағанда шәберәк тибә. - Бауыр 500 ҙән ашыу функция үтәй. - Сөскөрөү тиҙлеге 160 км/с, йуткереү тиҙлеге - 900 км/с.. - Тештәр тыуырҙан 6 ай алда үҫә башлай. - Тыуған мәлдә 90 % бала күк күҙле була. - 2000 баланың берәүһе тешле булып тыуа. - Ҡатын-ҡыҙ еҫте ирҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ тоя. - Танауҙың да хәтер һандығы
Башҡортостан ҡыҙы
31 мар., 08:22
Ҡәҙерле дуҫтар!💥“Башҡортостан ҡыҙы” һылыуҡайы” конкурсына ҡатнашыусылар әҙ булыу сәбәпле беҙ фотоларҙы ҡабул итеү ваҡытын оҙайтырға булдыҡ😍Конкурстың маҡсаты: - Йәштәр араһында башҡорт телен пропагандалау; - Йәштәрҙе "Башҡортостан ҡыҙы" журналы менән яҡынлаштырыу, дуҫлаштырыу, милли матбуғатты популярлаштырыу.Конкурста ҡатнашыу өсөн 7 мартҡа тиклем фотоғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте, беҙҙең электрон почтаға bashkizi2022@mail.ru ебәрегеҙ.‼‼Талаптар: -Конкурста 16 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала; -Профессиональ фотограф төшөргән сифатлы фото булһын; -Фотола йөҙ-ҡиәфәтегеҙ асыҡ күренһен. (фото өлгөһөн бирәбеҙ)‼Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт: -ФИО, йәшегеҙ; -Уҡыған (эшләгән) урынығыҙ; -Шөғөлдәрегеҙ; -Йәшәү маҡсаты;MAXБашҡортостан ҡыҙыДочь Башкортостана
Башҡортостан ҡыҙы
22 мар., 06:44
" Ҡатын ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсының финалында Белорет районынан килгән инәйҙең баш кейеме күптәрҙең иғтибарын үҙенә тартты.
Башҡортостан ҡыҙы
22 мар., 06:27
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239042?list=6607ddf377686c0362vkvideo.ruВКонтакте | Добро пожаловатьВКонтакте – универсальное средство для общения и поиска друзей и одноклассников, которым ежедневно пользуются десятки миллионов человек. Мы хотим, чтобы друзья, однокурсники, одноклассники, соседи и коллеги всегда оставались в контакте.
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 16:26
Глава Башкортостана Радий Хабиров поздравил мусульман республики с праздником Ураза-байрам.- Уважаемые мусульмане Башкортостана!Примите мои искренние поздравления с завершением священного месяца Рамадан и наступлением одного из главных праздников в Исламе – Ураза-байрам!
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 10:07
Мы встречаем его искренними молитвами о мире, общем благополучии. Приглашаем гостей, заботимся о родных и близких, помогаем нуждающимся.Этот год объявлен нашим Президентом Годом единства народов России. В Башкортостане – одном из самых многонациональных регионов страны – представители разных народов и вероисповеданий живут в мире, согласии и взаимном уважении. Вместе учатся, работают, воспитывают детей. А сегодня вместе, плечом к плечу стоят на защите Отечества в ходе специальной военной операции.Мусульманская умма Башкортостана вносит значительный вклад в укрепление единства представителей всех народов и конфессий нашей республики. Активное участвует в общественной жизни, ведёт большую просветительскую и благотворительную деятельность. Совместно с представителями других конфессий реализует гуманитарные миссии на Донбассе, помогает мирным жителям, оказывает поддержку участникам
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 04:10
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың тыуған көнө! 💥💥💥Хөрмәтле Радий Фәрит улы! 💖💥Һеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рухи күтәренкелек, яҡшы кәйеф, ғаилә бөтөнлөгө, уңыштар, бөтмәҫ дәрт-ҡеүәт насип итһен! Һеҙҙең яуаплылыҡта - беҙҙең ҙур Башҡортостаныбыҙ.💥 Халҡыбыҙҙың именлеге, бәхете, алдағы көндәргә ышанысы өсөн арымай-талмай эшләргә яҙһын һеҙгә! Һәр яҡшы башланғысығыҙ уңышлы тамамланһын, һәр изге ниәтегеҙ ғәмәлгә ашһын! 🔥
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 04:09
Ҡырмыҫҡалы егете Рөстәм Сәйғәфәровтың дәртле бейеүен ҡарап алығыҙ👍Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһенән күренеш.❤️Иҫке Бәпес ауылы
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 04:09
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!😍Хөрмәтле дуҫтар!💫Һеҙҙе ысын күңелдән Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!💥Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ теләйбеҙ. Тормошоғоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!Һеҙгә ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслык һәм именлек теләйбеҙ! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Башҡортостан ҡыҙы
20 мар., 04:09
УРАҘА БАЙРАМЫ (хикәйә) Факиһа Туғыҙбаеваһуңғы арала Рәмзиәнең өләсәһе көн буйы ауыҙына тәғәм дә ризыҡ ҡапмай. — Ниңә улай ас йөрөйһөң, өләсәй? Әллә ауырыйһыңмы? — тип һораны бер көн Рәмзиә, аптырап. — Ураҙа тотам бит, балаҡайым. — Нимә була ул «ураҙа»? Балыҡ тотҡандарын беләм, ураҙа тотҡандарын белмәйем. — Рамаҙан айында һәр мосолмандың изге бурысы ул ураҙа. Көнө буйы ашамайһың. Төн дә, йән дә таҙарына. — Ә мин ашамай торалмайым, өләсәй. — Мин дә ашайым бит. Сәхәр сәйе әсәм. — Эй өләсәй, әллә нисек итеп һөйләйһең, аңламайым. — Ҡояш ҡалҡыуҙан ике сәғәт алда ашаһаң, шул сәхәр була, белдеңме? һин минең сәхәр сәйе эскәнде күрмәй ҡалаһың. Йоҡоһо туйғансы йоҡлаһын тип уятмайым бит. — Кис булһа, «ауыҙ асам» тиһең дә тораһың, өләсәй? Ауыҙың бикле тормай ҙа инде. Мәрхәбә инәй ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. — Ҡалай зиһенле минең ейәнсәрем. Бөтәһен дә күреп, күҙәтеп йөрөй икән дә... — Ураҙа тотҡан кеше,
Башҡортостан ҡыҙы
16 мар., 07:43
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2026-03-16/ayg-l-i-risovanan-tultyrma-retseby-4615502bashkizi.ruАйгөл Иҙрисованан тултырма рецебы
Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 22:59

Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 22:59

Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 22:59
💥Әле күптән түгел генә Фирүзә Абдуллина Өфөнө концерты менән шаулатҡайны, 13 март Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында ла ижад кисәһе үтте.🔥Сара алдынан ауыл клубының фойеһында шағирәнең ҡул эштәре, китаптар һатыу күргәҙмәһе ойошторолғайны. Концерт "Иҫке Бәпес ауылы гимны" менән башланды. Уның һүҙҙәрен Фирүзә Абдуллина, көйөн хакимиәт башлығы Азамат Ғәйфуллин яҙған.💖Фирүзә Абдуллинаны тәбрикләр өсөн Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар - билдәле журналист, яҙыусы, республиканың йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимов, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш редакторы, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, уның урынбаҫары Регина Камалова, бүлек мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллина, "Ағиҙел" журналы мөхәррир урынбаҫары, яҙыусы Әхмәр Үтәбай, "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре, яҙыусы Гөлнур Ҡыуатова саҡырылғайны. Уларҙың һәр береһе иң изге теләктәргә ҡушып, шиғри һәм йырлы күстәнәс тә бүләк итте.🎉Шағирәнең
Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 22:54
Мы приняли решение, что глава Татышлинского района Фанур Шайхисламов будет исполнять обязанности министра культуры республики.У нас почти 2 тысячи домов культуры, в этой сфере работают десятки тысяч человек, реализуются важные инфраструктурные проекты. Минкульт – одно из ключевых наших ведомств.Отмечу, что в самом Татышлинском районе сфера культуры очень активно развивается. В прошлом году мы открыли здесь Удмуртский историко-культурный центр. В райцентре обновили современную модельную библиотеку. Сегодня я побывал в ней – это действительно одно из лучших учреждений республики, настоящая точка притяжения для жителей разного возраста.
Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 22:54
Башҡортостан журналистары яугирҙарға гуманитар ярҙам еткерҙе📝 Республиканың журналистар союзы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау алып барҙы.
Башҡортостан ҡыҙы
15 мар., 06:28
Кисә Иҫке Бәпестә, Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһендә, концерттың алып барыусыһы һәм Өфөләге концерттың режиссеры Дилә Мөхәмәтйәрова шағирәнең бер шиғырын бигерәк матур итеп һөйләп ишеттерҙе. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы уны тормош иптәше Фидаилгә арнаған.Уны һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.Теләйһеңме?Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам? Һинең өсөн. Ҡарап күҙеңә, Мырлап ҡына яуап ҡайтарырмын Һинең һәр бер ҡушҡан һүҙеңә.Аяғыңа килеп һылашырмын, Ҡыуһаң - һүҙһеҙ генә китермен, Мырлап-йырлап бөтә хәсрәтеңде, Сирҙәреңде алып бөтөрмөн.Ҡулдарыңа ҡарап өмөт менән Наҙҙарыңды тыныс көтөрмөн, Тик бер көнгә бөтә йәшәүеңде Йырлы-мырлы донъя итермен.
Башҡортостан ҡыҙы
14 мар., 13:41
💥Ҡотлауҙар Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар менән аралашып барҙы. Башҡортостандың халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов, композитор Флера Шәрипова, Илнур Миһманов, Роза Хөснуллина, яҡташы Динә Молҡаманова һәм башҡаларҙың йырҙары күңелдәрҙе күтәрҙе. Иҫке Бәпестең оҫта бейеүсеһе Рөстәм Сәйғәфәровтың шаян бейеүҙәре урынлы булды. 🔥Йәмил Әбделмәнов: "Мин апайҙарға бай түгел, ағайҙарға бай, мин ғаиләлә алтынсы малай, шуға апайҙар миңә ҡәҙерле, Фирүзә Абдуллина миңә апай кеүек яҡын",- тине.💥Ауылдаштарынан уҡытыусы Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы: "Фирүзә Абдуллина Иҫке Бәпестеке инде, баймаҡтар унда "Фирүзә беҙҙеке" тип тормағыҙ тағы", -тип шаяртып та алды.Ысынлап, Иҫке Бәпестә таштай-ҡомдай батып, Фидаил ағай менән гөрләтеп донъя көтөргә лә, бөтә республика халҡының яратҡан шағирәһе булырға ла өлгөрә Фирүзә Абдуллина.Концерттан һуң үҙ өйөндә
