Последние посты

ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
8 мар., 05:03
Тамырҙар 8 март менән ҡотлай! 😍🌸
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
8 мар., 04:04
🌷 Яҙ һәм Наҙ байрамы менән! Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡыҙҙар, һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт теләйбеҙ!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
6 мар., 13:32изменён
😍🌷Данияр, Айдана һәм Мөхәммәт ағай 8 март байрамына сағыу тапшырыу әҙерләнеләр!📺 Сәңгелдәкте бөгөн БСТ каналында 20.00, ТАМЫР каналында 21.00 ҡарағыҙ! Шәп буласаҡ!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
4 мар., 13:18
📚Билдәле яҙыусы, ғалим, педагогия фәндәре докторы, профессор, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әлфис Ғаязовтың өр-яңы китабы донъя күрҙе! Балалар өсөн «Торна ҡунаҡ көтә" китабы!⭐️«Тамыр» йондоҙҙары был сарала әүҙем ҡатнаштылар! Бүләккә Әлфис ағайҙан автографлы китап алып ҡыуандылар!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
3 мар., 11:42
🌷 Совсем скоро самый нежный весенний праздник - 8 марта!😍 Успели подготовить подарок для мам и бабушек? Назгуль вам поможет! Смотрите завтра, 4 марта, передачу «Гора новостей»! В 15.30 на канале БСТ и в 18.00 на канале ТАМЫР!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
27 февр., 07:26
😃 Бөгөн оптимистар көнө!😍 Оптимистик кәйеф ғүмерҙе оҙайта, йәшәүгә көс-дәрт бирә! Һәр саҡ йылмайып, көлөп кенә йәшәйек, дуҫтар!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
23 февр., 04:32
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө! Республика халҡын, ир-егеттәрҙе ҡотлайбыҙ!Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, хәрби антҡа тоғролоҡ, Ватанға хеҙмәт итеү тантанаһы мөбәрәк булһын!💪
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
22 февр., 14:22
🔥 "Тамыр" командаһы ял көндәрендә лә ең һыҙғанып эшләй!Һеҙ яратып ҡараған "Әлләсе" уйынын төшөрҙөк. Тиҙҙән БСТ һәм Тамыр каналдарында!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
19 февр., 14:26
Бөгөн яңы "Сәңгелдәк" тәр төшөрҙөк. Йәмилә, Солтанморат һәм... ТА-ДАМ 🔥 МӨХӘММӘТ АҒАЙ бер ҡыҙғанда өс тапшырыуҙа төшөп ташланы! Күңелле булды! Ағай менән эшләү ҡыҙыҡлы икән!Сәңгелдәкте көн дә БСТ каналында 20.00, ТАМЫР каналында 21.00 ҡарағыҙ 🙌
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
18 февр., 11:21
🎬"Родина" кинотеатрында «Әлифба: һандар һәм ваҡыт» йәнһүрәттәр сериалының исем туйы үтте! Проект 3-7 йәшкә тиклемге балаларға башҡорт теленең нигеҙҙәрен үҙләштереүҙә ярҙам итә.🌸Йәнһүрәттә Айгөл исемле герой "Тамыр" йондоҙо Наҙгөл Хисмәтуллинаның тауышы менән һөйләшә! Һәләтле ҡыҙ "Әлифба" йәнһүрәте актрисаһы ла. — Йәнһүрәтте тауышландырыу ҡыйын булманы. Мин "Тамыр"ҙа эшләп өйрәнгәнмен бит инде, — тине Наҙгөл. — Күңелле булды, оҡшаны. Башҡортса йәнһүрәттәр, сериалдар күберәк булһын ине.
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
13 февр., 10:53
😍Не знаете, чем заняться на выходных? У нас есть классное предложение!📚13-15 февраля в Уфу приезжает Детское издательство “Самокат” @samokatbook c Книжной ярмаркой “Куда мы катимся?”На ярмарке можно приобрести свежие новинки издательства, посмотреть театр теней и встретиться с писателями Артемом Голиковым и Олегом Чегодаевым.А для зрителей Телеканала “ТАМЫР” - особенные условия! Нужно назвать слово "ТАМЫР" при покупке книг - и можно получить скидку 30%!📍Ярмарка проходит в кофейне-лектории "Кшиштоф" на улице Чернышевского, 88/1. Вход - свободный!Расписание книжной ярмарки: 13 февраля - 15.00-21.00, 14 февраля - 10.00-21.00, 15 февраля - 10.00-18.00Расписание мероприятий: 13 февраля 18.30-19.30 - Автограф-сессия с Олегом Чегодаевым. 14 февраля 13.30-14.30, 15 февраля 14.30-15.30 - Встреча-презентация "Веселая енотизация" с писателем Артемом Голиковым. 15 февраля 16.00-17.00
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
13 февр., 09:27
⛵Специальный выпуск проекта "Елкән" об Аделии Зариповой!🎹 Аделия Зарипова - лауреат 1 степени в номинации «Фортепиано». Ученица Среднего специального музыкального колледжа, г. Уфа.Смотрите репортаж завтра, 14 февраля, в 11.30 на БСТ!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
12 февр., 13:33
Хәрефтәр батшалығы - «ӘЮЯ ҡаласығы» 🔥
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
12 февр., 11:08
🌍 Беҙҙекеләр Ейәнсураға барып ҡайттылар!⭐️ "Кәсеп" тапшырыуына дебет шәлдең кәзә тарауҙан башлап, нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында төшөрҙөләр. Съемкала Иҫәнғол ауылының "Йырау“ фольклор төркөмө апайҙары ҡатнашҡан. Ҡарағыҙ, ниндәй сағыу кадрҙар! Тапшырыу бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы!📺 Тиҙҙән зәңгәр экрандар аша һеҙгә барыһын да күрһәтербеҙ!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
6 февр., 12:03
⭐️ТАМЫР ЙОМАҠ ҠОЯ!Дүртенсе йомаҡтың яуабын кем тиҙерәк табыр?Йәй ҙә егет, ҡыш та егет, йөрөй йәшел кейем кейеп.#ТАМЫР #ТамырЙомаҡҠоя
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
6 февр., 04:35
☀ Урра! Йома көнө килеп етте!Ял көндәренә ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
5 февр., 12:25
⭐️Өсөнсө йомаҡтың яуабы видеояҙмала!⚡Иртәгә һуңғы йомаҡты ҡоябыҙ һәм уйындың еңеүсеһен билдәләйбеҙ. Төркөмдө күҙәтеп барығыҙ, дуҫтар!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
5 февр., 11:32изменён
🔥Бөгөн ТАМЫРға йәнә ҡунаҡтар килде!🕊Күгәрсен районы М. Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының «Шайморатов класы» уҡыусылары серле телевидение донъяһы менән танышты 🎥
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
4 февр., 11:17изменён
🔥Ура! «Тамыр» яңы конкурс иғлан итә! Төп бүләк - телевизор!👨👩👧👦«Өйҙә» медиаконкурсы Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. 📌Ҡатнашыр өсөн 8-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында 3 минутҡа тиклем видео төшөрөп ебәрергә тейеш.⭐Конкурс 3 этаптан тора: 1 этап. 30 мартҡа тиклем документ итеп айырым беркетелгән ғаризаны (Ҡушымта №1) һәм видеоны “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙгә vk.com/tamir_telekanal шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк. Ойоштороусылар 2-се этапҡа 15 иң яҡшы эште һайлап ала.2 этап. Апрелдең беренсе декадаһында “Тамыр” телеканалының төркөмөндә тауыш биреү шарты буйынса 1 еңеүсе һайлап алына.3 этап. Иң күп тауыш йыйған ғаилә 14 апрель Өфө ҡалаһына “Тамыр” телеканалының ҙур концертына саҡырыла һәм конкурстың төп призы – телевизор менән бүләкләнә.🚀Башланыҡ! Уңыштар теләйбеҙ!
ТАМЫР | детско-юношеский телеканал
4 февр., 11:17
