Latest posts

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
20 Mar, 06:09
Изге айҙар тағы үтеп бара, Доға йөрөй күкте уратып, Бәндәләргә шатлыҡ, бәхет теләп, Иман нурын Ергә таратып. Тотҡан ураҙалар ҡабул булып, Сауаптарын насип итһендәр, Изге теләгебеҙ бер Аллаһҡа, Тәңребеҙгә барып етһендәр. Сырхауҙары баҫһын аяғына, Ир - егеттәр еңеп ҡайтһындар, Аңһыҙ ҡазаларға юлыҡтырмай, Таңдарыбыҙ имен атһындар. Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәштәрен, Түктермәсе, Хоҙай, ярлыҡа, Сабыйҙарҙы етем итә күрмә, Дусар итеп йәбер, аслыҡҡа. Яҡты Ҡояшыбыҙ һүрелмәһен, Төндәребеҙ аяҙ булһындар, Иман, тәүфиҡ күндер бәндәләргә, Күңелдәре нурға тулһындар.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
15 Mar, 06:12
ПРОБЛЕМАЛАР - БЕҘҘЕҢ БАШТАУҡытыусы бер стакан һыу ала ла уҡыусыларҙан һорай: - Был стакандың ауырлығы күпме тип уйлайһығыҙ? - 200 грамм самаһы, - тип яуаплай студенттар. - Уны бер нисә минут күтәреп торһам, нимә булыр? - Бер нәмә лә булмаясаҡ. - Шулай. Әгәр мин уны бер сәғәт буйы тотоп торһам? - Ҡулығыҙ арыясаҡ. - Бер нисә сәғәт тотоп торһам? - Ҡулығыҙ ауыртып, һыҙлай башлаясаҡ. - Дөрөҫ. Әгәр был стаканды көнө буйы тотоп торһам ни булыр? - Ҡулығыҙ ойоясаҡ, иҫ белмәй башлаясаҡ, хатта ҡулығыҙҙы фалиж һуғыуы ихтимал, - ти студенттарҙың береһе. - Бик яҡшы, - тип дауам итә уҡытыусы. - Ә стакандың ауырлығы үҙгәрерме? - Юҡ. - Улай булғас, ни эшләп ҡул тала һуң? - Оҙайлы көсөргәнеш һөҙөмтәһендә, - ти студенттар. - Ауыртыуҙан ҡотолоу өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? - Стаканды ҡуйығыҙ, - тигән яуаптар ишетелә студенттар араһынан.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
13 Mar, 06:15
🤲Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар.Юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.🤲Саҙаҡа биргән кеше:«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Раббәнә, тәҡаббәл миннә Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим».Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!🤲Фытыр саҙаҡаһын алыусы кеше:«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү, Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
9 Mar, 05:32
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...Ҡулдарыңдан үпкем килә, Устарың - шундай йылы. Мөхәббәттең аҡҡошо һин, Саф һөйөүҙең былбылы! Таңғы ысыҡтарҙай саф һин, Иреңә шундай тоғро. Кеше бәхетен урлаусы, - Була күрмәйем уғры! Һине күреп йөрөүҙәрем Бәхеттәрҙең иң ҙуры. Бар донъяны яҡтыртыусы, - Ҡояштың һин бер нуры! Тартып алма ҡулдарыңды, Күңелемә шундай йылы. Мин - иҫкергән бер скрипканың Өҙөлөп төшөр ҡылы... Һин - бер сер, йомаҡ, легенда, Саф һөйөүҙең былбылы.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
3 Mar, 02:07
УРАҘАМиллионлап өйгә ут алдылар, Алыҫ әле ҡояш сәфәре. Йән һәм тәнебеҙгә шифа булһын Ураҙаның эскән сәхәре!Меңәр - меңәр ауыл, ҡалаларҙа Үткәрелә ифтар аштары; Яҙ ҡояшы ҡарҙы ихлас ашай, Үтеп киттеме ни ҡыштары!Йөҙәр - йөҙәр әйтеп, зекерҙәрҙе Ҙурлайбыҙ беҙ Бөйөк Аллаһты! Әжер - сауаптары күп булһындар, Ярлыҡаһын Аллаһ гөнаһты!Тиҫтә - тиҫтә йылдар яҙһын ине Ураҙаға тағы инергә. Йәшәп туйып булмай фанилыҡта,
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
26 Feb, 20:22
❗Өлкән быуын белеп әйткән! 👆Йоҡларға урын-ерҙе бесәй ятҡан ергә йәйегеҙ 👆Һыуҙы ат эскән урындан эсегеҙ, ат бер ҡасан да насар һыу эсмәҫ 👆Еләк-емештең ҡорт тейгәнен ашағыҙ 👆Себен-серәкәй ҡунған бәшмәкте ҡурҡмайынса йыя алаһығыҙ 👆Ағасты һуҡыр сысҡан ҡаҙыған ергә ултырт 👆Йортто йылан йылынып ятҡан урынға төҙө 👆Ҡоҙоҡто эҫелә ҡоштар оя ҡорған ерҙә ҡаҙы 👆Тауыҡтар менән йоҡларға ят һәм улар менән тор - көндөң алтын орлоғон табырһың 👆Күберәк йәшеллек аша - януарҙыҡы кеүек ныҡ аяҡлы һәм сыҙам йөрәкле булырһың 👆Йышыраҡ йөҙ - ерҙә үҙеңде һыуҙағы балыҡ кеүек хис итерһең 👆Аяҡ аҫтыңа түгел, йышыраҡ һауаға ҡара - уйҙарың асыҡ һәм еңел булыр 👆Һөйләгәнгә ҡарағанда, күберәк өндәшмәй тор - күңелеңдә тынлыҡ урынлашыр һәм рухың тыныс булыр.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
23 Feb, 02:18

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
23 Feb, 02:16
Байрам менән, хөрмәтле ир-егеттәр!Һеҙҙе 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәребеҙҙе юллап, тыуған илебеҙҙең генә түгел, өйөгөҙҙөң дә ышаныслы һаҡлаусыһы, ғаиләгеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы ла булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
19 Feb, 14:39
🌙УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?Быйыл, 2026 йылда, Рамаҙан айының беренсе көнө 19 февралгә тура килә. Тимәк, ошо көндән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай.🌸Тәү сиратта ураҙа өсөн фарыз (мотлаҡ) ғәмәлдәрҙе яҙып үтәйек: ✅ниәт итеү; ✅ашау-эсеүҙән тыйылыу; ✅яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу.🌸Ураҙа тотоу тәртибе былай:✅Ураҙа тоторға ниәт итеп, ғөсөл ҡойоноп (йыуынып) ятырға. Был Шәғбан айының һуңғы кисендә башҡарыла, 2026 йылда ул 18 февралгә тура килә.✅Иртән ашап-эсеү "сәхәр" тип атала. Уны таң һыҙылғансыға тиклем эсергә кәрәк. Борон офоҡта ҡыл күренгәнсе сәхәр тамам булырға тейеш, тигәндәр. Хәҙер был йәһәттән еңелерәк - календарҙарҙа сәхәр тамамланыу ваҡыты күрһәтелә.✅Сәхәр эсеп бөткәс, ошо доғаны уҡып, ниәтләргә:💯«Нәүәйтү ән әсуумә Саумә шәһри Рамаҙанә минәл фәжри иләл мәғрибихаалисал лилләәһи тәғәлә» Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ниәт ҡылдым Рамаҙан айының ураҙаһын тотор өсөн таң
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
17 Feb, 16:26
Әхлаҡ: Ата-әсәләрҙән килгән хәбәрҙәр спам түгел. Был уларҙы һеҙҙең донъя менән бәйләгән берҙән-бер еп. Уны өҙмәгеҙ. Бер көн телефонығыҙ мәңгелеккә өндәшмәҫ, һәм һеҙ “хәйерле иртә” тип яҙылған бер открытка өсөн бар донъяғыҙҙы бирергә әҙер булырһығыҙ, әммә уны бер кем дә ебәрмәҫ.Интернеттан Резеда Вәлиеваның ирекле тәржемәһе.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
17 Feb, 16:26
‼ Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!” тигән яҙыуҙарыңдан телефон тулды. Йомошоң булған да ғына яҙ. Яңылыҡтар булмаһа, яҙма. Бесәйҙәрең тураһында уҡып ултырырға минең ваҡытым юҡ... Артур асыуланып әсәһенә теҙеп әйтте лә телефонын ситкә ҡуйҙы.Егеткә – 35 йәш. Ул әйҙәүсе программист булып эшләй. Ә әсәһе Вәлимә Хәйрулловна Артур йәшәгән ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәшәй. Улы телефон бүләк иткәс, ватсапты өйрәнеп алды ла, “ҡалай хәбәр ебәреүгә йәтеш”, - тип көн дә берҙән-бер улына иртәле-кисле хәбәр ебәреп торҙо. Яңғыҙлығын шулай еңә ине ул. Таң атыу менән улына хәйерле иртә, матур көн теләй, ә йоҡлар алдынан “тыныс йоҡо” тип ебәрә. Тәүҙә улы ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ смайликтарға күсте. Бөгөн иһә бөтөнләй әрләп ҡуйҙы. Бушамайҙыр улы... Эше етди. “Яңылыҡ булмаһа, яҙма” ти бит... Эйе шул, ниңә яҙаһың? Бигерәк улын маҙаһыҙлап ташлаған шул.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
10 Feb, 08:43
ҺАҒЫНДЫРА ЙӘШЕЛ ЙӘЙҘӘР.Ҡышҡы һалҡын селләләрҙә, Һағындыра йәшел йәйҙәрем. Һағындыра ҡыңғырау сәскәләре, Еләктәрҙең һутлы тәмдәре.Йыйған еләктәрем тырызымда, Ҡосағымда сәскә бәйләме. Ҡышҡы һалҡындарҙа һағынам да, Йәйҙәремә ҡайтам әйләнеп.Ҡоштар һайрауына ғашиҡ күңел, Сер һөйләйҙәр зифа ҡайындар. Сәскәләре ҡараштарҙы наҙлай, Тыуған ерҙән гүзәл нимә бар?!Килен булып төшкән ерҙәр яҡын, Һағындыра барыбер тыуған яҡ. Сит ерҙәрҙә солтан булғаныңса,
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
2 Feb, 04:52
Әйтеүгә ҡыйын иң биш һүҙ бар:- Синхрофазотрон - Фенолфталеин - Дихлордифенилтрихлорэтан - Тетрагидроканнабинол һәм... - ҒӘФҮ ИТБер шаяны шулай тигән. Уйлап ҡараһаң, был мәрәкәлә лә дөрөҫлөк ярылып ята: яҡын кешеләребеҙгә кәрәк мәлендә “ғәфү ит”, йәки “яратам”, “рәхмәт” кеүек һүҙҙәрҙе лә әйтмәйбеҙ. Ҡыйынһынабыҙмы, башҡаһымы?Шуға ла әллә ниндәй ҡатмарлы һүҙҙәрҙе әйтә алмай йонсоһаҡ та, кәрәклеһен, мөһимен, яҡындарыбыҙ көткән һүҙҙәрҙе әйтергә телдәр көрмәлмәһен. Аҡыл өйрәтмәйбеҙ, бары уйланырға саҡырабыҙ.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
31 Jan, 20:32
Һәр беребеҙҙең балаһымы, туғанымы яңы өй йә фатир туйламай ҡалмай. Бер үк һүҙҙәрҙән торған теләктәрҙе ҡабатлағансы, ҡотлауығыҙҙы ошо матур шиғыр юлдары менән еткерегеҙ.Ҡыуаныслы мәшәҡәттәр Алып сыҡты юлдарға. Ҡыуаныстың да ниндәйе- Яңы фатир туйларға!Бисмиллалап, уң аяҡтан Буҫағанан керәмен. Әссәләмәғәләйкүм тип Ихлас сәләм бирәмен.Ҡотло булһын яңы йорт, Уйнап торһон унда ҡот. Бирһен Хоҙай бәрәкәт, Йән рәхәте, сәғәҙәт.Усағының йылы уты Һүнмәһен, һүрелмәһен. Өйөгөҙҙән бәхет еҫе,
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
30 Jan, 02:15
Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде!Был донъяла һаҡлап, таянырлыҡ, Нимәм бар һуң йәндәй ҡәҙерле?! Бар шатлығым,йыуанысым булған, Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде...Ғәйбәт һүҙҙәр,насар күҙҙәр генә Ҡорған оябыҙға ҡунмаһын. Һынау кәртәләрен үткән саҡта, Аҙашырға юлдар ҡуймаһын.Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде! Бала моңо тулған өйөмдө! Һаҡла Хоҙай иң ҙур бәхет хисен, Бүләк иткән һөйгән йәремде! Гөлшат Дәүләтшина
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
25 Jan, 18:21
Ҡунаҡ булып беҙ киләбеҙ был доньяға, Йөрәгебеҙ түҙәр микән бар һынауға? Аллаһ беҙгә ғүмер бирә ваҡытлыса, Ҡунаҡ булып саҡырылдыҡ барыбыҙҙа.Ҡунаҡ булып бик әҙәпле булайыҡсы, Һынауҙарҙы сабыр ғына уҙайыҡсы! Биргәненә шөкөр итә беләйексе, Ауырлыҡҡа күркәм итеп түҙәйексе!Ҡунаҡ булып беҙ киләбеҙ был доньяға, Онотма һин ҡайтыуың бар был донъянан. Йөрәккәйең таҙа ине килгән саҡта, Ҡайтҡан саҡта керләндермә юл алдынан.Мәңгелеккә килмәгәнһең ҡунаҡ булып, Ҡунаҡ булғас тыйнаҡ та бул был тормошта. Аллаһының ҡушҡандарын үтәп килһәң, Өлгәшерһең шул сағыңда ҙур уңышҡа.
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
25 Jan, 02:59
❄️"Һыуыҡ" һынамыштар❄️Һыуыҡ ҡолаҡтан алыр. ❄️Һыуыҡта боҙ өҫтөно шыя сыҡһа — йылы көндәр көт. ❄️Һыйыр арт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр. ❄️Боҙ ҡытыршы булын туңһа, иген уңыр. ❄️Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр. ❄️Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа — ямғыр булыр, ❄️Ҡыш көнө шулай булһа — һалҡын булыр. ❄️Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр. ❄️Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер. ❄️Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға. ❄️Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. ❄️Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.1,720Open in Telegram
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
17 Jan, 13:44
Парлылыҡ сере. Әбей, бабай иртүк тороп, Йыйыналар ашҡа бөгөн. Саҡырған яҡын туғандар Хөрмәт итеп, яҡын күреп.Бабай дыу килтереп эҙләй Кисә һалып ҡуйған тешен 😆 Йөрөй торғас, бик енләнеп, Урындыҡҡа бәрә теҙен.Ух-вах килеп барып ята: " Бар, ҡарсығым, минһеҙ генә. Бер аҙым да атлай алмайым, Бер ҡайҙа бөгөн бармайым!"Диклофенак менән ыуып, Тешен табып, тығып ҡуйып, Күлдәк, костюмын кейҙереп, Пеләшен иркәләп һөйөп,
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
15 Jan, 17:18
https://hakmar.ru/news/bi-bit/2026-01-15/in-b-re-se-4538213hakmar.ruИнә бүре үсеӨс көн үткәс, Биктимер ҡатынының һөрәнләгән тауышына уянып китте. Сәғәт таңғы алтынсы ярты ине. Ире тиҙ генә салабры менән күлмәген кейҙе лә кәртәгә йүгереп сыҡты. Барып инде лә шаҡ ҡатты – иң оло һыйыры кәртәнең уртаһында ята, имсәге кимерелеп, ылбырап…1,710Open in Telegram
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
15 Jan, 17:16
https://hakmar.ru/news/bi-bit/2026-01-15/m-sh-r-4538204hakmar.ruМәсхәрә— Иң алда ул хайуандан ни өсөн айырылып ҡайтҡанды һорашыр инегеҙ. Эт күрмәгәнен күреп, ҡол хәлендә йәшәгәнемде беләһегеҙме, исмаһам, “һөйөклө ағайҡайҙарым”? Белһәгеҙ, минең түгел, уның барып кәрәген биреп китер инегеҙ. Ә ул, әҙәм аҡтығы, эсемә тибеп баламды…
Related Channels
Other channels in the same section of the catalogue.
