gram news
Башҡорт донъяһы channel avatar

Башҡорт донъяһы

@bashkortom

ProjectsKK

612subscribers

Open the Channel

Latest posts

  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 15:04

    📌 Иртән генә клиптары сығасаҡ, тип яҙғайныҡ, бына рәхим итеп ҡарағыҙ!https://vkvideo.ru/video-229033973_456240964?list=f73273fe5875bc0eee
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 13:33

    ❓ Актерҙар йортона ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк?Был мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков менән осрашыуы барышында күтәрелде. Улар бөгөн Союздың Үҙәк аппаратында күреште.🔹 Өфөләге Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортона төҙөкләндереү-тергеҙеү эштәре яһау һәм бинаны техник яҡтан яңыртыу - төп тема булды. Яҡтар был эштә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.💯 "Театр коллективтарына иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Улар һеҙҙә иҫ китерлек: һәр труппа үҙенсәлекле, үҙенең ижади үҙенсәлеге һәм илһамландырғыс көсө бар. Бөгөн донъя яһалма интеллект йоғонтоһонда тиҙ үҙгәрә. Әммә тирә-яҡта яһалма нәмәләр артҡан һайын, кешеләр төп нөсхәнең ҡиммәтен нығыраҡ тоя. Театр — ул кешенең ысын һис-тойғоһо һәм тере һүҙҙең бөйөк көсө һаҡланған уникаль йәнле киңлек. Беҙҙең ил — күп милләтле. Нәҡ ошо
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 12:39

    📌 "Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале"нә рәхим итегеҙ!Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында бренд байрамына әүерелгән, тиһәң дә була, матур сара үтәсәк. Быйыл ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.Әгәр ҙә иң яҡшы ҡамыр серен белһәгеҙ, иң татлы торт йә телде йоторлоҡ бәлеш бешерһәгеҙ - был фестиваль һеҙҙең өсөн. Әлбиттә, был тәмлекәстәр менән һыйланырға яратыусыларға ла өлөш сығарырҙар, моғайын😋📍 Ҡамыр аштарына оҫталарҙы өс номинацияла баһалаясаҡтар:🔹 "Ҙур һәм татыу ғаилә икмәге" - берҙәмлек һәм ҡунаҡсыллыҡ символы;🔹 "Традицион бәлеш" - борондан килгән ризыҡтарыбыҙға дан;🔹 "Ғаилә торты" - байрамға йәм өҫтәр тәмлекәс.❓ Ҡайҙа һәм ҡасан? ✅ 2026 йылдың 26 сентябрендә Район Мәҙәниәт йортонда сәғәт 10:00-дә башлана.Ҡатнашыусыларҙың ғаризалары 22 сентябргә тиклем ҡабул ителгән. Беҙгә күҙ ҡыҙҙырыр тәмлекәстәрҙе һәм оҫта хужабикәләрҙе күтәрмәләп, барырға ғына ҡала 😉
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 10:38

    📌"... Башҡорттар ыҫмалалы һыуҙы ҡуллана... ауыҙ боҙолғанда һәм тамаҡ шешкәндә сайҡатыу һәм эсеү өсөн генә түгел, ә нефттең үҙен дә бик ҡәҙерләп йыялар һәм шуны күп осраҡтарҙа халыҡ дауаһында ҡулланалар", - тип яҙған XVIII быуатта Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән Петр Паллас.📍 Әйткәндәй, бөгөн уның тыуыуына теүәл 285 йыл тулды. Петр Симон Паллас немец һәм Рәсәй ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе, сәйәхәтсе, энциклопедист. 1767-1810 йылдарҙа Рәсәйгә эшкә килә һәм илдең төрлө байлыҡтарын, халыҡтарын һәм уларҙың телен, көнкүрешен өйрәнә.🔹 Паллас 1769-1770 йылдың ҡышын һәм яҙын Өфөлә үткәрә. Уның ошо осорҙағы тикшереүҙәре 5 томлыҡ хеҙмәтенең икенсе өлөшөнә индерелгән: ҡала, уның халҡы, хужалығы, тәбиғәте тураһында тәфсирләп яҙа. Әлбиттә, был ерҙәрҙә балсыҡ, алебастр булыуын да телгә ала. Аттар, күн эшкәртеү һәм башҡаһын да онотмай.🔹 Өфөгә яҡын ерҙәрҙә ҡуян һәм һыуһар күп, ти. Ҡыр
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 08:53

    📌 "ӨФӨ - ҡаламдың атамаһын булдырған өс түңәрәк. Картиналарым тыуған ҡала", - ти йәш рәссам Зәлифә Һибәтова.Ул Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы.
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 06:56

    📌 AY YOLA төркөмө премьер-министрҙың Почет билдәһе менән бүләкләнде. Ә төркөмдөң менеджерҙары һәм матбуғат хеҙмәткәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы бирелде.Әйткәндәй, AY YOLA тиҙҙән "Аманат" тигән яңы йырына төшөрөлгән клипты халыҡ иғтибарына тәҡдим итәсәк. Һәм яңыраҡ ҡына улар винил пластинкаға яҙҙырылған беренсе альбомын сығарҙы.
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 04:58

    📌 Студент ҡолағына - конкурста ҡатнаш!"Башҡорт аты" ғилми-тикшеренеү институты Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында "Йылҡысылыҡта инновациялар" конкурсын ойоштора.Конкурс урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының йылҡысылыҡ өлкәһендәге башланғыстарын хуплауға йүнәлтелгән.Ғилми ҡаҙаныштарҙы етештереү өлкәһендә ҡулланылышҡа индерергә лә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.✅ Төп номинациялар: 🔹 Зоотехния 🔹 ВетеринарияЕңеүселәргә - аҡсалата бүләк 🪎📍 Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2026 йылдың 13 октябренә тиклем bashkortigry@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә.Тулыраҡ ошонда .
  • Башҡорт донъяһы

    22 Sept, 03:47

    Бөтә донъя автомобилһеҙ көн икән бөгөн, 22 сентябрь ❌🚘✅🚲Бөгөн донъя илдәрендә халыҡ йәйәү йөрөүгә, велосипед йә йәмәғәт транспортына күсә. Сөнки һулар һауабыҙҙың бысраныуының 70 проценттан ашыуы - транспорт өлөшөнә төшә.🔹 Автотранспорт планетабыҙҙы ғына түгел, кешенең үҙен дә юҡ итә икән - донъяла көн дә 3 меңдән ашыу кеше аварияла һәләк була һәм һәр минут һайын яңы транспорт эшләп сығарылып тора.🔹 Беренсе тапҡыр был көн 1973 йылда Швейцарияла үтә - яғыулыҡҡа ҡытлыҡҡа бәйле килеп тыуа ул. 2000 йылдар башына төрлө илдәр ҡушыла. Хәҙер донъяның 2 мең ҡалаһында йәшәүсе 100 миллиондан ашыу кеше был акцияла ҡатнаша.❓ Йәмәғәт, бер көн машинаһыҙ юл йөрөргә кәрәк. Булдырабыҙмы?
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 13:23

    Наҙ бөркөлгәндәй был видеонан🥰Видео: Раушан Сөләймәнов менән Нәркәс Хәмитова башҡара.
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 12:08

    #тел_тере_шишмә 🔥 Башҡорт телендә төрлө күренештәрҙе һүрәтләү өсөн ул ниндәй генә һүҙ юҡ! Бына беҙҙең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы күренгән бер нисә шундай һүҙҙе иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.❓ Тағы ниндәй һүҙҙәр бар? ✅ Яҙығыҙ!Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 10:37

    ❓ Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?✅ 30 сентябрҙә «Башҡортостан телдәре һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы ЯЗ өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә.Сарала телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәт туплау, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләшеү була, тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.📅 30 сентябрь ⏰ 15:00 📍 Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б, Геном үҙәге⚠️ Алдан теркәлеү мөһим. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән.🔗 Теркәлеү өсөн һылтанма.
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 08:00

    📌 Ҡурайҙы донъяға танытҡан Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡурайсыбыҙ Йомабай ИҪӘНБАЕВТЫҢ тыуыуына 135 йыл.🔹 Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы) тыуған.🔹 Түңгәүер башҡорто. Иҫәнбаевтар нәҫеле мөһабәт кәүҙәле булған, Йомабай Мөтиғулла улына ла бирелгән был.🔥 Ул 17 йәшендә 200-ҙән ашыу халыҡ көйҙәрен башҡара алған, уларҙың риүәйәттәрен һәм тарихын яҡшы белгән.🔹 1920 йылда партияға алына, ауыл советы рәйесе була. 1921 йылда продналог менән ҡәнәғәтһеҙлектә ғәйепләнә, 1923 йылда амнистияға эләгеп, кире ҡайта.📍 1925 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына халыҡ мәғарифы комиссары А.В. Луначарскийҙан хат килеп төшә: Парижда асыласаҡ Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһенә ҡурайсы кәрәк, тиелә.🔹 Ошо уңайҙан Йылайыр кантонына мөрәжәғәт
    242111Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 06:30

    ❓ Ата-бабаларыбыҙ яҙған яҙмаларҙы, уҡыған китаптарҙы аңлағығыҙ киләме? ✅ Улайһа, "Төрки" тел дәрестәренә яҙылығыҙ!Башҡортостан Милли китапханаһында октябрь айында дәрестәр башлана.📝Бында һеҙ өйрәнәсәкһегеҙ: 🔹 фонетика һәм грамматика нигеҙҙәрен 🔹 боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы анализлау 🔹 ғәмәли оҫталыҡ: метрика китаптарын уҡыу һәм архив сығанаҡтарына таянып, шәжәрә төҙөүСтуденттарға һәм хаҡлы ялдағыларға ташлама ҡаралғанУҡыу: көндөҙгө бүлек (дәрескә йөрөргә кәрәк). Күләме: 108 сәғәт. Хаҡы: 10 000 һум.📥Курсҡа теркәлеү ошонда.☎Бөтә һорауҙар буйынса ошонда: 8-917-736-43-32.
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 05:25

    🌐 Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө икән бөгөн, 21 сентябрь.Был иҫтәлекле дата 1981 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡтарҙы, дәүләттәрҙе үҙ-ара ыҙғыштарҙы туҡтатырға өндәй. Шулай һуң ғына рәсмиләштерелһә лә, был байрам Икенсе донъя һуғышы тамамланғас та барлыҡҡа килгән.🔹 Рәсәйҙә бөгөнгө көн рәсми рәүештә билдәләнмәй. Шулай ҙа беҙ һәр ваҡыт тыныслыҡ яҡлы: ул саҡта ла, хәҙер ҙә, киләсәктә лә.Илебеҙ - имен, күк йөҙөбөҙ - аяҙ, тыуасаҡ көнөбөҙ - яҡты, халҡыбыҙ бәхетле булһын! 🕊️
  • Башҡорт донъяһы

    21 Sept, 03:51edited

    Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде, Ҡойолдо ла инде уҡаһы. Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын, Йәйҙәремде килә тотаһым.Һүрәнәйә барған ҡояшының Һәр нур-уғын һалам ҡыныма, Башланышта ғына йәй күңелдә Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам, Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә: Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам Ерегеп тә ергә түл йәйгән.Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап Үрмәкселәр үрә үәл-ауын, Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы, Тоторға тип һонған ҡул еленән Осоп китә япраҡ-ямауы.
    33321Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    20 Sept, 13:02

    Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бөтәгеҙгә лә күтәренке кәйеф теләй 🥰
    36video321Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    20 Sept, 12:02

    📌Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк.Быйыл байрам 1791 йылдың 20 сентябрендә (яңы стиль буйынса 1 октябрҙә) Өфөлә тыуған рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың 235 йыллығына арнала.🔹 Байрамға Болгария, Сербия, Германия, Финляндия илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар киләсәк.✅ 25 сентябрҙә, ғәҙәт буйынса, байрам "Аксаков уҡыуҙары" менән башланасаҡ. Студенттар һәм уҡыусылар алдында ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә.🔹 Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфөләге филиалында беренсе курс студенттарына билет тапшырыу тантанаһы үтәсәк.🔹 Аксаков гимназияһында әҙәп-әхлаҡ дәресе ойошторола - Аксаковтар ғаиләһе һәм яҙыусының ижады миҫалында традицион ҡиммәттәр тураһында һөйләшеү була.🔹 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур һәм Өфөнән Аксаковты өйрәнеүсе ғалимдар ҡорға
    34321Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    20 Sept, 10:33

    📌 Иғтибар! Математиканы яҡшы белеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, һеҙҙең өсөн шәп яңылыҡ.Белеүегеҙсә, Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлә. Әле бына уның бинаһын тыштан көпләү эштәре бара.❗ 2026 йылдың 1 октябренән лицейға уҡырға инеүселәр араһында беренсе контроль эштәре һәм осрашып һөйләшеү башлана.🔹 2027 йылдың 1 сентябренә 6 кластан алып иң аҡыллы һәм һәләтле 360 уҡыусы яңы белем усағына уҡырға киләсәк.💯 "Беҙ улар өсөн шәп шарттар булдырабыҙ - лицейҙың үҙенең паркы, ике спорт залы, яҡшы китапханаһы, юғары кимәлдәге ҡунаҡханаһы буласаҡ. Һәм шулай уҡ ентекле һайлап алынған уҡытыусылары. Мин попечителдәр советын етәкләйем һәм был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнәсәкмен",- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.Математика лицей-интернатын төҙөү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе хупланы. Был республика һәм илдең интеллектуаль
    31video2211Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    20 Sept, 08:21

    📌 Һайлауҙың өсөнсө көнөБөгөн һайлауҙың өсөнсө көнө һәм Башҡортостанда 3250 участка һайлау комиссияһы әүҙем эшләй.🔹 Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 2026 йылдың 1 июленә ҡарата 2 955 278 һайларға тейеш кеше иҫәпләнгән. 🔹 19 сентябрҙең кисенә ҡарата шуларҙың 54,64 проценты тауыш биргән.🔹 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ғаиләһе менән "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында Рәсәй Дәүләт Думаһының туғыҙынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа ҡатнашҡан.🔹 Өфө ҡалаһының Дим, Калинин һәм Совет райондары халҡы иң әүҙеме. 🔹 Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында ла күптәр һайлаған. 🔹 Ә бына Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарының 60 проценттан ашыу халҡы ике көн эсендә тауыш биргән.Ө
    30321Open in Telegram
  • Башҡорт донъяһы

    20 Sept, 06:26

    📌 Ағиҙелгә - 35! Кисә Ағиҙел ҡалаһында бик матур байрам саралары ойошторолған - Ҡала көнө үткән.🔹 Байрамды "Ағиҙелдә йүгерәбеҙ" сараһы менән башлап ебәргәндәр. 🔹 Шунан "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡандар. 🔹 Ә кискеһен һатыу итеү нөктәләре, балаларға уйындар, төрлө тамаша ойошторолған. Һәм әлбиттә, сағыу концерт - AY YOLA төркөмө сығыш яһаған.🔥Видео: Альбина Ханнанова.
    34video433Open in Telegram