Latest posts

Башҡорт юлы
21 Sept, 04:41
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 66-сы ултырышҺуңғы йылдары башҡорттар тарихы, уларҙың үҙбилдәләнеше, шәхестәре тураһында күп һүҙҙәр әйтелә. Был йәһәттән ниндәй мәғлүмәт мөһим? "Аспекты" сығарған киноны ни өсөн ҡарар кәрәк? Шайморатов генерал — оҙон һәм ҡатмарлы мәсьәлә, сөнки уның исемен ҡулланып Салауат батырҙы оноттороу эше бара. Әйткәндәй, кем ул Миңлеғәле Шайморатов? Салауат Юлаевты башҡорттар "беҙҙең Салауат" ти, ә Шайморатов — "беҙҙең Миңлеғәлеме" икән? Урыҫтар тураһында бер нисә уй. Ошо мәсьәләләр тураһында Марат, Руслан, Ишморат сираттағы ултырышта фекер алышты.
Башҡорт юлы
14 Sept, 18:30
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 65-се ултырышБөгөн Руслан, Айгөл, Ишморат өсәүләшеп социаль селтәрҙәрҙә таралған милли трендтар төраһында фекер алышты. Оҡшаймы ул беҙ иҫкә алған нәмәләр һеҙгә? Ошоға тоташып, һөйләшеүебеҙ сираттағы тапҡыр урыҫ доньяһының тарлығына, ҡараңғылығына ла иғтибар биреп, тейеп үтте.
Башҡорт юлы
14 Sept, 04:28
Бөгөн Лонг Бич ҡалаһында әллә бишенсе тапҡыр Төркия фестивале уҙҙы. Мин унда беренсе тапҡыр баруым түгел. Әммә быйыл фестиваль айырылып торҙо - Лос Анжелестың "Туғанлыҡ" башҡорт-татар ойошмаһы ла үҙен күрҙәтте. Минең өсөн башҡорт ҡыҙы Рузиләнең әлеге фестивалдә башҡорт йырҙары менән сығыш яһауы үҙе бер һөйөнөс һәм ғорурлыҡ ине. Бигерәк тә, минең селтәр һәм ҡашмау менән. Афарин, башҡортомдоң булдыҡлы ҡыҙы!
Башҡорт юлы
4 Sept, 05:32
Стерлитамак в Башкортостане тоже отхватил движухи. Около 06:00 по Киеву в городе прогремела серия взрывов, после чего над промышленной зоной поднялся густой чёрный дым.Предварительно, под удар попал Стерлитамакский нефтехимический завод (СНХЗ).В Башкортостане объявлена беспилотная опасность, а аэропорт Уфы ограничил приём и выпуск самолётов.СНХЗ уже попадал под раздачи. Предприятие входит в российский химический холдинг «Росхим» и производит синтетические каучуки, химические присадки, ионол и компоненты топлива, включая авиационный бензин. Продукция применяется в авиационной и военной технике.Цимбалюк
Башҡорт юлы
30 Aug, 18:23edited
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 63-сө ултырышТыраждар аҙна һайын Башҡортостанға ла төшөп тора, был хәҙер әллә ни яңылыҡ та түгел кеүек, ниндәйҙер ысынбарлыҡ. Ошо көндәрҙә генә Благовещенскиҙағы Озонға, Стәрлетамаҡ менән Өфө ҡалаларындағы промзоналарға төштө. Урыҫ доньяһы башҡорттарҙы төрлө яҡлап һөжүмгә тота. Руслан Ғаббасов интернетта үҙен башҡорт тип таныштырып, башҡорттар исеменән хәбәр һөйләүсе Мостафаның ысын йөҙөн асып, ҙур видео әҙерләгәйне. Кемдәр ҡарамаған, эҙләп табып, ҡарарға саҡырабыҙ. Урыҫ имперсылары башҡа милләттәрҙе кешегә лә һанамай, улар өсөн беҙ икенсе сорт. Яҡшы урыҫтар төркөмөнән Михаил Светов та үҙен шулай күрһәтте. Денацификацияһыҙ был милләт халҡын башҡаса дауалап булмаясаҡ. Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙа яңы фекерҙәш - Марат ағай Шәкүрев ҡатнашты.
Башҡорт юлы
27 Aug, 05:22
Ҡаралы-аҡлы фотография, Эрнст Фридрихтың «Krieg dem Kriege» («Һуғышҡа — һуғыш») китабынан, 1924 йыл.Рәсәй пропагандаһы һуғышҡа ниндәйҙер квест кеүек саҡыра — шутер эстетикаһында төшөрөлгән контракт рекламаһы, бәреп төшөрөлгән техника өсөн мәрәйҙәр, контрактҡа ҡул ҡуйған өсөн премия, төрлө кимәлдәрҙе үткән өсөн наградалар. Әйҙәгеҙ, ошо «уйын» метафораһы менән эшләп ҡарайыҡ.Квесты төрлө кимәлдәрҙә үтергә мөмкин. Иң еңеле — депутат кимәлендә. Фронт һыҙығы йүнәлешендә барып, штабта бер-ике аҙна араҡы эсеп ултыраһың, ҡулыңа автомат тотоп фотоға төшәһең дә орден һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһы менән ҡайтып китәһең. Урта кимәлде үтеп ҡарарға мөмкин. Мәскәүҙә тыуғанһың, ата-әсәңдең аҡсаһы һәм бәйләнештәре бар, улар һине хәүефһеҙ урынға урынлаштыра ала. Ә квесты хардкор режимында ла үтергә мөмкин. Бүрәтияла, ике төп эш биреүсеһе — төрмә менән хәрби комиссариат булған депрессив
Башҡорт юлы
27 Aug, 05:22

Башҡорт юлы
24 Aug, 19:17
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 62-се ултырышУҙған аҙна ваҡиғаларға бай булды. Россия суды "Яблоко" партияһын һайлау исемлегенән сығарҙы. Ғөмүмән, алдағы һайлауҙа ҡатнашыу кәрәкме ул? Башҡортостандың Шишмә районына һәм Салауат ҡалаһына украин тыраждары төштө. Көслө янғындар сыҡты. Тыраждарҙы хәҙер мәскәү ПВОһы ла уҙҙырып ебәрә. Ошо көндәрҙә Каледино ҡалаһында WB янды. Хәҙер Өфөлә ике мэр идара итә. Ишморат хәҙрәт "Аспекты. Башҡортостан" каналына интервью бирҙе. Яңы уҡыу йылы башлана, әҙерләнәһеҙме? Ошолар һәм башҡа бик күп яңылыҡтар тураһында фекер алыштыҡ.
Башҡорт юлы
16 Aug, 22:16
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 61-се сығарылышХалыҡта Башҡортостанға Ырымбур өлкәһен ҡушып, региондарҙы ҙурайтыу тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бының ниндәй тиҫкәре йәки уңай яҡтары була ала? Мобилизацияның буласағына хәҙер бер ниндәй ҙә шик ҡалманы. Яңы йылға тиклем 800 мең яңы һалдат булырға тейеш. Төп көс региондар елкәһенә төшәсәк, бигрәк тә милли республикаларға. Һаҡ булығыҙ, ирҙәрегеҙҙе, улдарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Был сығарылышҡа ла лайыҡ ҡуйырға, комментар яҙырға, башҡалар менән бүлешергә онотмағыҙ. Ихтирам менән Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион.
Башҡорт юлы
9 Aug, 21:43
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 60-сы ултырышӨфө яна. Кисә лә янды, бөгөн дә яна. Хәбиров "зыян юҡ" тиһә лә, НПЗнан күтәрелгән төтөн Европаға ла, Канада менән Америкаға ла "күренә". Мобилизацияның буласағына шик ҡалмай. Мәскәү менән Питерҙа әллә ни булмаһа ла, милли региондарҙа, айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡурҡыныс янай, тип сираттағы тапҡыр киҫәтәбеҙ. Мөмкинселегегеҙ булһа, ир балаларығыҙҙы илдән сығарып тороғоҙ. Варшавала асылған күргәҙмә хаҡында һөйләгән инек. Тағын бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт сәйәси тотҡондары тураһында махсус сәхифә: https://bashcourt.org/ Беҙҙең сәйәси тотҡондарҙы яҡлау өсөн петиция: https://www.change.org/p/free-the-bashkortostan-political-prisoners-eu-sanctions-on-those-responsible Таратығыҙ, бүлешегеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һәм ғүмерегеҙгә ҡурҡыныс тыуҙырмаһа, үҙегеҙ ҙә ҡул ҡуйығыҙ.
Башҡорт юлы
2 Aug, 21:46
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 59-сы сығарылышБашҡортостанға бер шалтыратып, күпме хәбәр беләһең. Һәм уларға күпме хәбәр еткерәһең. Күптәр республикала барған бәлә-ҡаза тураһында хәбәрҙәр түгел. Әбйәлилдәр Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү башланды, тиҙәр. Райондарҙа ла бензинға ҡытлыҡ. Ҡаты яуған ямғырҙар арҡаһында Асҡын районындағы ауылдарҙы һыу баҫа. Баймаҡ эше буйынса "ойоштороусы" тип билдәләнеүселәргә прокуратура 14-15-әр йыл төрмә һораны. Ошолар һәм башҡа яңылыҡтар тураһында Айгөл Лион, Ишморат Хәйбулла һәм Руслан Сөләймән фекер алышты. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.
Башҡорт юлы
1 Aug, 08:09
Әлеге ауылдарҙан тыңлаусыларыбыҙ булһа, әлеге кешеләрҙең яҙмыштары тураһында яҙығыҙ әле миңә. Чат-ботҡа исемһеҙ генә лә яҙырға мөмкин
Башҡорт юлы
1 Aug, 08:08
Ә Көйөргәҙе районы Бахмут ауылынан Хәлил Йәмлихиндың һуғышы ҡайсан бөттө икән? 2024 йылдың октябрендә һуғыш бөтә тигән уның күрәҙәсеһеhttps://youtu.be/ZfNWWwu3Lng?is=sRwQvTzTP5dOvKMPYouTubeБашҡорт әсирлектә тыуған яғынан яңылыҡтар белде Башҡорттарға бойондороҡһоҙлоҡ кәрәкКеше әсирлеккә эләккән осраҡта, уның уйланыу өсөн ваҡыты күплеге асыҡлана. Үткәндә ниндәй эштәр эшләгән, бөгөнгө көндә нимәләргә ихтибар итмәй, киләсәктә нимәләрҙе үҙгәртергә теләр ине. Үҙ халҡы тураһында һүҙ барғанда был айырыуса мөһим
Башҡорт юлы
1 Aug, 07:36
Дүртөйле егете Шамил хәрби әсирлектән ҡайтып, хыялдарын тормошҡа ашыра алдымы икән? Ғөмүмән, иҫән-һаумы икән? Юри һорамайым, ысынлап борсолоп ҡыҙыҡһынам. Күпме һорашһам да, интервью алған әсирҙәр тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәне.https://youtu.be/XBpjp7XC3aY?is=RE6l2q5mv0Kl4tvXYouTubeРоссиядә татарлар һәм башкортлар булмаячак | Башкортстан татары бәйсезлек турындаКешелек дәрәҗәсен югалту милли кыйммәтләрне югалтудан башлана. Кеше җиңел акча эшләү теләген беренче урынга куя икән, үз халкының проблемалары икенче планда кала. Әгәр дә син сәяси һәм социаль мәсьәләләрне хәл итүне тулысынча хакимияткә йөклисең икән, димәк…
Башҡорт юлы
26 Jul, 21:25
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 58-се ултырышУҙған аҙнала Варшава ҡалаһында башҡорт сәйәси тотҡондары тураһындағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡайтҡан Айгөл ошо хаҡта һөйләне. Салауат янды. Wildberries янды. Бәләкәй бизнес хужаларының күҙ йәштәрен күреп, бик йәлләтә әлбиттә. Әммә, русияның Украинаға ҡаршы башлаған ҡанҡойошо менән НПЗ һәм складтарҙың яныуы араһындағы бәйләнеште күрмәгән бәндәләрҙе беҙ йәлләргә тейешме? русия мобилизацияға әҙерләнә. Быйыл көҙгә ил сиктәре бөтөнләй ябылып ҡуйыуы ла бар - Мәскәү халҡына сит ил паспорттарын биреүҙе ҡыҫалар. Ошолар һәм башҡа темаларға Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион фекер алышты.
Башҡорт юлы
23 Jul, 04:03
forwarded from @komitetbnd
Уҙған аҙнала Варшава ҡалаһында башҡорт сәйәси тотҡондары тураһындағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡайтҡан Айгөл ошо хаҡта һөйләне. Салауат янды. Wildberries янды. Бәләкәй бизнес хужаларының күҙ йәштәрен күреп, бик йәлләтә әлбиттә. Әммә, русияның Украинаға ҡаршы башлаған ҡанҡойошо менән НПЗ һәм складтарҙың яныуы араһындағы бәйләнеште күрмәгән бәндәләрҙе беҙ йәлләргә тейешме? русия мобилизацияға әҙерләнә. Быйыл көҙгә ил сиктәре бөтөнләй ябылып ҡуйыуы ла бар - Мәскәү халҡына сит ил паспорттарын биреүҙе ҡыҫалар. Ошолар һәм башҡа темаларға Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион фекер алышты.https://youtu.be/wJ1yVhDaf28?is=8vB47iCiQuTGQbPcYouTubeИлсе Ғайса ирекле фекер клубы. 58-се ултырышУҙған аҙнала Варшава ҡалаһында башҡорт сәйәси тотҡондары тураһындағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡайтҡан Айгөл ошо хаҡта һөйләне. Салауат янды. Wildberries янды. Бәләкәй бизнес хужаларының күҙ йәштәрен күреп, бик йәлләтә әлбиттә. Әммә, русияның Украинаға…
Башҡорт юлы
19 Jul, 23:32
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 57-се ултырышБашҡорттар һәм Ислам дине. Әлбиттә, был бик сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Нимә ул "традицион Ислам"? Русия дәүләте риза булһын өсөн, Ислам һәм мосолмандар ниндәй булырға тейеш? Киләсәктә бойондороҡһоҙ Башҡорт илендә мөфти, мөфтиәттәр, мосолман ойошмалары тураһында ниндәй уйҙар бар? Ҡоролтайҙа мосолман фракцияһы мөмкинме икән? Уның ағзаларын нисек йыйырға? Бөгөнгө көндә мосолмандар тауышы ниндәй урында? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Руслан менән Ишморат фекер алышты.
Башҡорт юлы
15 Jul, 14:13
forwarded from @azatliqradiosi
Көн язмасы: Варшауда башкорт сәяси тоткыннарны искә алдыларПольшаның башкаласы Варшауда башкорт сәяси тоткыннарга багышланган фотокүргәзмә ачылды.Биредә Баймак эше нигезендә төрмәдә утыручылар да, аңа кадәр дә фикерләре өчен кулга алынып зинданга утыртылган шәхесләрнең рәсемнәре, алар турында мәгълүмат бар. Башкортлар Русиядәге асаба халыкларыннан Путин режимының басымын үз җилкәсендә ныклап татыган милләт булып санала. Бу хакта Варшауда ачылган фотокүргәзмә вакытында да әйтелде. Аны оештыручылар - Азат милләтләр Лигасы.Фотокүргәзмә шәһәрнең үзәгендә, Krakowskie Przedmieście дигән җирдә эшли. Анда берничә стенд куелган. Һәрберсендә бүген төрмәдә утыручы сәяси тоткыннарның фотолары урнаштырылган, алар турында мәгълүмат язылган. Араларында Фаил Алсынов, Айрат Дилмөхәммәтов, Баймак эше нигезендә хөкем ителүче Әлфинур Рәхмәтуллина, Сания һәм Данис Үзәнбаевлар һәм башкалар бар.Азатлык РадиосыВаршауда башкорт сәяси тоткыннарны искә алдыларБашта урам чарасы булды, шуннан фотокүргәзмә ачылды, ул Варшауда берничә атна дәвам итәчәк.
Башҡорт юлы
14 Jul, 16:38
forwarded from @kushtaybairam_2024
Үҙебеҙҙең башҡорт һылыуына, үҙебеҙҙең башҡорт ҡымыҙы. Зарина Исламова❤️
Башҡорт юлы
14 Jul, 16:38edited
Һуғыша торған ҡыҙ булғас, беҙҙең егеттәр ҙә ебәк кеүек😆👇
Related Channels
Other channels in the same section of the catalogue.
