gram news
Моң һөйөүселәр channel avatar

Моң һөйөүселәр

@bashtat_music

Башҡорт, татар моңдарына ғашиҡ булған дуҫтар өсөн йырҙар 🎶

ProjectsKK

332subscribers

Open the Channel

Latest posts

  • Моң һөйөүселәр

    18 Sept, 10:07edited

    Сәит Билалов "Оноттоң буғай" Г. Ильясова - Г. РәхимҺине уйлаһам, мине моң баҫа, Борсолоп йөрөйөм инде нисә ай. Күңелем һиҙә, наҙлы яҙҙарҙы Оноттоң буғай, оноттоң буғай.Йыраҡта ҡалды, шатланып, ярһып, Беҙ йырлап үткән ул йәшел туғай. Ҡабатлап булмай торған саҡтарҙы Оноттоң буғай, оноттоң буғай."Һөй!" — тип үтенмәм, ләкин үкенмәм Йәшлектә һине һөйгәнгә шулай. Һин мине түгел, йәшлектең үҙен Оноттоң буғай, оноттоң буғай.Моң һөйөүселәр
    40video522Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    17 Sept, 11:49edited

    Рэдик Ефремов "Асылмаған сәскә" Гүзәлиә - Г. ШакироваМоң һөйөүселәр
    54video622Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    9 Sept, 14:49edited

    Салават Фәтхетдинов "Мин яратам сине, Татарстан" Р. Рәкыйпов - Р. АндреевМин яратам сине, Татарстан, Ал таңнарың өчен яратам, Күк күкрәп, яшен яшьнәп яуган Яңгырларың өчен яратам.Мин яратам сине, Татарстан, Горур халкың өчен яратам, Җан эреткән әнкәм телең өчен, Татар телең өчен яратам.Адаштырган урманнарың өчен, Тугайларың өчен яратам, Тукайларың, Сәйдәшләрең өчен, Җәлилләрең өчен яратам.Мин яратам гүзәл Чаллы ягын,
    100video522Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    9 Sept, 13:06edited

    Зилиә Бәхтиева, Зәйнетдин "Халҡыма"Йөрәгемдең түрендә Халҡымдың рухи мираҫы. Уралымдың ҡырҙары Башҡорт халҡының йырҙары.Яратам мин халҡымдыҺоҡланам мин халҡымдың Нәзәкәтле һылыуҙарына. Бер ерҙә лә һынатмаҫ Көслө рухлы батырҙарына.Яратам мин халҡымдыБәхетлемен тыуғанға Ғәзиз Башҡортостанымда. Бар йөрәктән һоҡланам
    84video322Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    26 Aug, 05:08edited

    "Бишбармаҡ" төркөмө "Байбулды көйҙәре" Илһам Байбулдин көйө"Ана шулай, уәт шулай, Беҙҙекеләр арымай! Беҙҙекеләр арыр ине, Ашағаны һары май!"Дуҫтар! Барығыҙға ла күтәренке кәйефтәр, уңышлы көндәр!Моң һөйөүселәр
    106video3211Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    18 Aug, 17:16edited

    Зинира һәм Ризат Рамазановтар "Ауылҡайым"Ҡайтып киләм ауылыма, Ҡаршы ала күл буйҙары. Балыҡ тотоп уйнап үҫкән, Инештәре йылғалары.Ҡайтып киләм ауылыма, Һуҡмаҡ төшкән урамдарын. Урап уҙам әле тағын, Бер туҙҙырып туҙандарын.Ҡушымта: Һағындыра, һағындыра Ҡайтмай торһам ауылыма. Ҡайта һиңә балаҡайың Хәлдәр нисек ауылҡайым.Ҡайтып киләм ауылыма,
    142video422Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    16 Aug, 11:35

    Айгиз Ханов "Күптән беләм" М. Дәүләтбаев - Ф. Ғүмәров#БашҡортсаКараоке
    145video3311Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    16 Aug, 09:35edited

    Динар Ғөбәйҙуллин "Ниңә ғүмер?" З. Нагаева көйө һәм һүҙҙәреМоң һөйөүселәр
    131video3221Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    9 Aug, 07:57edited

    Хәйерле көн, дуҫтар! Уңышлы көн һәм күтәренке кәйефтәр 🙌Хәйбулла районы үткәргән "Һабантуй" байрамынан күренеш🔥 Сиҙәм ауылы аҡһаҡалы 🔥Добрый день, друзья! Всем удачного дня! Зажигательный танец Аксакала на гостеприимной Хайбуллинской земле!#Сиҙәмауылы #Хәйбулларайоны #Һабантуй
    172video322Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    26 Jun, 14:00

    forwarded from @na_prostom_o_glavnom

    ❗️Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Вәсил Баймырҙин башҡарыуында Әҙеһәм ағай Исҡужиндың яратҡан көйө "Һыр"Көндәрегеҙ уңышлы, кәйефтәрегеҙ күтәренке булһын!На курае руководитель образцового ансамбля кураистов имени Адигама Искужина Башкирской республиканской гимназии - интерната 1 имени Рами Гарипова Василь Баймурзин 🔥
    203video643Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    11 Jun, 04:56edited

    Рифат Шәрәфетдинов "Йыйҙым еләк" И. Дәүләтшин - Халыҡ һүҙҙәреҠара урмандарҙың, ай, уртаhында Ҡарт имәндәр киҫтем әлләли. Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәлә-күлдәрҙә Дуҫҡайҙарым йыйылышҡан сәскә ата гөлдәр ҙә.Уҙған ғүмерҙәрҙең дә уйҙарында Татыу булhаҡ ине беҙ бергә. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Еләктән ҡайтып киләм. Ер еләге нисек тәмле, Һеҙҙе лә шулай hөйәм.Һыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта Алтын тәңкә таптым әллә-ли. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,
    238video322Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    24 May, 11:46edited

    Заһир һәм Муса Иҫәнсуриндар "Саҡ-Суҡ бәйете"
    240video432Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    21 May, 18:10edited

    Айгиз Кильдебаев "Ҡартайма әле, әсәй" Р. Рәхмәтуллин көйө һәм һүҙҙәре1.Сикә сәскәйҙәрең ағарҙы тимә, Уйлама әсәй ҡартлыҡ турында. Болонда үҫкән сәскәләр кеүек, Йыйылдыҡ әсәй һинең яныңа.Ҡушымта: Ҡартайма әле, әсәй ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы. Үтә ғүмерҙәр тип ҡайғырма әле, Беҙгә әле гөрләп йәшәйһе.2.Бишек йырҙарың беҙгә йырланың, Үҫтерҙең әсәй беҙҙе наҙланың. Таралыштыҡ беҙ төрлө яҡтарға, Беҙ бөтәбеҙ ҙә рәхмәтле һиңә.
    253video522Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    8 May, 12:33edited

    Айгиз Ханов "Батырҙар йыры" З. Исмәғилов - Н. НәжмиЭйәрле ат беҙ менгәндәр, Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр, Ил саҡыра изге яуға, Ҡылыс — билдәрҙә. Бәйге түгел яу ҡырҙары, Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә, Бәлки, кире тыуған илдәргә.Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ, Үлем бар тип белмәнек беҙ, Үттек илдәр, үттек юлдар Изге яуҙарҙа. Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа' Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!
    222video422Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    16 Apr, 18:01edited

    Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров ҒӘЛИӘ, ЗАҺИР ЙЫРЫ. "Ғәлиә" спектакленән дуэт Р. Хәсәнов - Ә. АтнабаевЗаһир: 1. Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һинең барлығыңды мин беләм.Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.Ғәлиә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
    273video9421Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    20 Mar, 09:57edited

    Айрат Зиннәтов "Һөйөү кәрәк" И. Кинйәғолов - З. Садыҡова
    305video432Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    13 Mar, 15:53edited

    Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы Әхәт Мотаһар улы Мортазинды иҫкә алыу көнө 🙏 2018 йылдың 13 март көнө Әхәт Мотаһар улы баҡыйлыҡҡа күсте... Башҡортостандың легендар дикторын иҫкә алып, фотолар теҙмәһен ҡарап үтәйек 🙏Моң һөйөүселәр
    464video653Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    13 Mar, 10:39edited

    Иҙрис Ғәзиев, Заһир Иҫәнсурин "Күҙ нурым" С.Низаметдинов - Т.ҠарамышеваҺин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә ҡоям күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
    358video421Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    12 Mar, 15:15edited

    Бөгөн билдәле йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Райман Сәйәх улы Ишбаевтың тыуыуына 67 йыл! Райман Сәйәх улын иҫкә алып, йырын тыңлап үтәйек 🙏Венера Рәхмәтуллина, Райман Ишбаев "Һары ла сәс" Башҡорт халыҡ йыры— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк, Мәргән дә үк булһаң, ат, егет. Ҡара ла ҡашым, ыласыным, Йәш йөрәгең баҫылһын. Мал биреп үк һөйгән йәрең түгел, Таң ҡыҙарып килә лә, ҡайт, егет.— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк, Мәргән үк булһам да, атмайым. Һары ла сәсем, ҡыйғас ҡашым, Йәш йөрәгем баҫылмай. Таң ҡыҙарыу түгел, ҡояш сыҡһын,
    273video6321Open in Telegram
  • Моң һөйөүселәр

    12 Mar, 14:13edited

    Хәйерле кис, моң һөйөүсе дуҫтар 🙌 "Театр яҙы" Х Республика фестиваль - форумы үҙ эшен башлай ✅ Ҡайһы көндө ниндәй спектакль күрһәтелеүен афишала таба алаһығыҙ 🤝Моң һөйөүселәр
    260221Open in Telegram