gram news
Дини ғилем channel avatar

Дини ғилем

@dinigilem

Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot

ProjectsKKReligion

2,190subscribers

Open the Channel

Latest posts

  • Дини ғилем

    1 Sept, 11:16

    ✍ "Сәләфи дәфтәре" тигән башҡортса яңы каналға рәхим итегеҙ, туғандар:https://t.me/+63co9bg2uBUxNGZk
    TelegramСәләфи дәфтәреИслам динен Аллаһтың Китабына, Пәйғәмбәрҙең ﷺ Сөннәтенә, сәхәбәләрҙең әҫәрҙәренә һәм хәҙис юлы имамдарының һүҙҙәренә ярашлы өйрәнеү. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot
  • Дини ғилем

    1 Aug, 15:42

    ✍️ Әссәләмү ғәләйкүм. Был канал асылғанға өс йыл ғүмер үтте, ошо осор эсендә 1500-гә яҡын яҙма донъя күргән. Әгәр ниндәйҙер яҙмалар кемгәлер файҙа килтерһә – тәүфиҡ биргәне өсөн Аллаһҡа шөкөр һәм маҡтауҙар, әгәр яҙмаларҙың зыянлылары булһа, улары – шайтан вәсвәсәһенә һәм нәфсе ҡотҡоһона бирешкәндән. Беҙ – ни бары фәҡир ҡолдар, ҡай саҡ хаталар ҙа ебәрәбеҙ һәм ихлас нәсихәткә даими мохтажбыҙ. Ихлас нәсихәттәрҙән Аллаһ айырмаһын.Әммә ғилем эстәү юлында ҡайһы бер ҡараштар һәм динде аңлау кимәле үҙгәрергә, алмашынырға, бер бит ябылып, икенсе яңы бит асылырға мөмкин. Әле лә – яңы юлға аяҡ баҫырға ваҡыт еткән мәл, ин шәә Аллаһ, ә был элекке һуҡмаҡ иһә ошонда туҡтаһын.Артабанғы эштәр өсөн яңы канал асыла, һәм уның иң төп айырмаһы шул: фиҡһ йәһәтенән хәнбәли мәҙһәбе юҫыҡ итеп алынасаҡ, хәнәфи мәҙһәбе түгел (бүтән икенсел айырмалар ҙа бар, улары яңы каналда
  • Дини ғилем

    30 Jul, 17:58

    ✍ Кафыр китаптарынан файҙаҺорау: Аллен Карр тигән кешенең "Как легко бросить курить" тигән китабы ниңә тәмәкене ташлай алмағанды аңлата. Ә аңлаған кешегә был насар ғәҙәтте ташлауы еңел булыр, ин шәә Аллаһ. "Некурящие не курят только по милости Господа", тип яҙылған ине бер урынында хатта. Шуны ҡәрҙәштәргә тәҡдим итергә мөмкинме? Икенсе дин кешеһе аша килгән өсөн генә Аллаһ Тәғәлә биргән ярҙамдан баш тартырға ярамайҙыр бит?Яуап: Аллаһ тураһында әйткәне – тап шулай. "Мин тартмайым да, эсмәйем дә", – тигән саҡта күңелдә маһайыу һәм тәкәбберлек уянырға тейеш түгел. Фәҡәт Аллаһ теләгәнгә генә һин тартмайһың да, эсмәйһең дә – шуны оноторға ярамай.Сәләмәтлек, кәсеп, фән, төҙөлөш, һуғыш, баҡсасылыҡ һәм башҡа шундай донъяуи ғилемдәрҙә кафырҙарҙың асыштарын һәм уңышлы тәжрибәләрен өйрәнеүҙә һәм ҡулланыуҙа насарлыҡ юҡ, ин шәә Аллаһ (ләкин ул китаптарҙа аҙашыуға, ялған диндәргә өндәү
  • Дини ғилем

    30 Jul, 12:10

    📶 Аҙашҡан ағымдар һәм ихтирам❓ ШӨБҺӘ: Пәйғәмбәр ﷺ был өммәттең 73 ағымға айырымланасағы тураһында хәбәр иткән. Ләкин ошо хәҙискә бәғзе берәүҙәр: "Ул ағым-фирҡәләрҙең һәр береһенең үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар, һәм беҙ уларҙың ҡараштарын ихтирам итергә тейеш", – ти. Шуға ни әйтерһегеҙ?❗️ ЯУАП: Юҡ, был хәҙис – Аллаһ рәсүленең ﷺ бүленешеүҙе хуплауы түгел. Киреһенсә, был – бүленешеүҙе ғәйепләү һәм, ошо хәл тормошҡа аша ҡалһа, дөрөҫ юлға ныҡлап йәбешергә васыят итеү. Ул ﷺ: "Һәр ағым-фирҡә үҙ фекерендә йөрөһөн", – тимәгән. Бөгөн иһә бәғзе берәүҙәр: "Һәр ағым икенсе ағымға аҡлау тапһын, бер-береһендә ғәйеп эҙләмәһен", – ти. Юҡ, кем хата юлда, беҙ уларға аҡлау тапмайбыҙ, ә уларҙы берҙән-бер хаҡ юлға ҡайтырға саҡырабыҙ. Аллаһ рәсүле ﷺ үҙенең ул хәҙисендә маҡсат иткән нәмә бына ошо.Ниндәй генә ихтилафтар, бүленешеүҙәр, айырымланыуҙар булмаһын, беҙ уларҙы
  • Дини ғилем

    27 Jul, 17:13

    ✍ МәйеттәрҠыҫҡа икән әҙәм балаһының Йәшәү менән үлем араһы, Йөрәктәрҙе ярып, зыяратта Бара бөгөн ерләү сараһы.Оҙатырға бик күп кеше килгән, Аптырарлыҡ халыҡ һанына, Айырылыу ауыр, ергә күмеү – Өҙгөләнә йөрәк, һағына.Ләкин күптәр шундай сарала ла Ҡыҙыҡ һөйләп, күңелен аса. Ә мәйеттәр, ишетһә лә, көлмәй – Улар бары доғаға "астар".Шат һөйләшеү һаман дауам итә, Биг(е)рәк ҡыҙыҡ, шундай күңелле... Зыяратта күңел асҡандарҙың
  • Дини ғилем

    27 Jul, 12:58

    ✍️ Аҙанды ҡайҙан әйтергә?Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Шундай һорау килеп сыҡты. Мәсеткә аҙан әйтер өсөн аппаратура алып ҡуйҙыҡ. Рупорҙарҙы манараға урынлаштырҙыҡ. Әммә имам аҙан әйтеү өсөн микрофонды мәсет эсенә ҡуйҙыртмай. Ҡыйыҡҡа ҡуйып, шунда менеп әйтергә, ти. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ осоронда сәхәбәләр гел бейек урынға менеп әйткәндәр, ти. Шуға асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!Аҙанды бейек урынға менеп әйтеүҙең маҡсаты – аҙанды мөмкин тиклем күберәк кешегә ишеттереү.Әгәр рупор манараға йә ҡыйыҡ башына (йә ниндәй ҙә булһа бүтән бейек урынға) ҡуйылған икән, аҙанды микрофон аша аҫтан тороп та ҡысҡырырға була, сөнки рупор бында үҙ эшен үтәй – аҙан тауышы йыраҡҡа тарала. Аҙансыға иһә рупорҙың эргәһенә менеп баҫырға ихтыяж юҡ.Әгәр ут булмау арҡаһындамы йәки бүтән берәй сәбәп менән йә рупор, йә тауыш
  • Дини ғилем

    26 Jul, 17:00

    ✍️ Көсөктәрҙе ни эшләтергә?Һорау: "Эткә (йәки бесәйгә) стерилизация эшләтергә ярамай, ә яңы тыуған һәм әле күҙен асмаған көсөктәрҙе, әгәр тарата алмаһаң, батырыуҙа гонаһ юҡ", тигән һүҙҙәрҙе аңлатып үтегеҙ.Яуап: "Яңы тыуған көсөктәрҙе һәм бесәй балаларын батырыуҙа гонаһ юҡ", – тип бәғерһеҙ берәй кеше генә әйтә алғандыр. Һүҙ юҡ.Кешеләргә һәм хужалыҡтарға зыян килтергән эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе генә үлтерергә ярай (бүтән саралар ҡалмаһа). Көсөктәрҙе иһә кешеләр буйлап таратып сығығыҙ. Әгәр таратыу мәшәҡәт икән, инә эт, инә бесәйҙәр тотмағыҙ. Әммә балаларын үлтерергә ярамай, гонаһ.Шулай уҡ, әгәр хайуанға был ыҙалыҡ йә зарар килтермәһә, түлһеҙләндереү (стерилизация) эшләтергә йә уларҙы бестерергә мөмкин, тигән ҡайһы бер ғалимдар (хайуандар ныҡ артып китеп, уларҙан хәүеф янай башлаһа, мәҫәлән).Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.📎 Х
  • Дини ғилем

    26 Jul, 08:37

    🤲 "Нәс" сүрәһенең тәфсире📖 "Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, – тип әйт, – кешеләрҙең Батшаһына, кешеләрҙең Илаһына! Ҡотҡо һалған сигенеүсенең (шайтандың) зарарынан – ул кешеләрҙең күкрәктәре эсендә шыбырлай, үҙе йә ен, йә кешеләр араһынан" (Ҡөрьән, 114:1-6).﴿ قُلۡ أَعُوذُ بِرَبِّ ٱلنَّاسِ • مَلِكِ ٱلنَّاسِ • إِلـٰهِ ٱلنَّاسِ • مِن شَرِّ ٱلۡوَسۡوَاسِ ٱلۡخَنَّاسِ • ٱلَّذِى يُوَسۡوِسُ فِى صُدُورِ ٱلنَّاسِ • مِنَ ٱلۡجِنَّةِ وَٱلنَّاسِ ﴾➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖📖 "Был сүрәлә кешеләрҙең Раббыһына, Батшаһына һәм Илаһына (Аллаһҡа) бөтә насарлыҡтарҙың нигеҙе (матдәһе) һәм сығанағы булған шайтандан һыйыныу тураһында һүҙ. Уның фетнәһенән һәм яуызлыҡтарынан шул: ул кешеләрҙең күкрәктәренә (күңелдәренә) вәсвәсә һала, уларға гонаһлы эштәрҙе матур итеп күрһәтә һәм шул боҙоҡлоҡтарҙы ҡылырға теләкте әүҙемләштерә,
  • Дини ғилем

    26 Jul, 06:28

  • Дини ғилем

    16 Jul, 17:06

    ✍ Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (4)1) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ, мин завод эсендә намаҙ уҡыр өсөн палатка һымаҡ бер ҡулайлама эшләп алдым, намаҙҙы шунда уҡыйым. Тик нисектер йәшенеп уҡыған һымаҡ, улай яраймы икән?Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!Ярай, әлбиттә. Намаҙҙы ниндәйҙер сәбәптәр менән йәшерен уҡыуҙа һис насарлыҡ юҡ. Ундағы ҡалған мосолман ҡәрҙәштәрегеҙҙән ҡасып йөрөмәһәгеҙ, маҡсатлы рәүештә уларҙан йәшеренеп уҡымаһағыҙ – шул ғына. Бүтәндәрҙең иһә һеҙҙә ҡайғыһы булмаһын.➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖2) Һорау: Намаҙ уҡыған ир кеше намаҙ уҡымаған, әммә үҙ милләтенән булған ҡатынға өйләнә аламы?Яуап: Әгәр ҡатын намаҙ уҡый башларға һүҙ бирһә, өйләнә ала, ин шәә Аллаһ.➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖3) Һорау: Намаҙҙы ваҡытында уҡыу – ул сәғәте-минуты менән күрһәтелгән тәғәйен генә ваҡытта уҡыумы? Әллә ике фарыз намаҙ араһындағы үҙеңә уңайлы берәй икенсе
  • Дини ғилем

    16 Jul, 14:57

    ✍ Аҙан мөғжизәһеАҙан – Ер йөҙөндә һис ҡасан тынмай яңғыраған саҡырыу. Бер илдәге аҙан тауыштары туҡтап та өлгөрмәй, инде икенселәре аҙан ҡысҡыра башлайҙар. Иртәнге аҙан Ерҙе урап сығып өлгөрмәй, инде тәүге илдәрҙә өйлә аҙаны башланған була. Һәм шулай – ауылдарҙан-ауылдарға, төбәктән-төбәккә, ҡитғанан-ҡитғаға күсеп, изге ауаз кешелекте тәүлек әйләнәһенә бер Раббыға табынырға, намаҙ уҡырға саҡырыуын дауам итә. Хатта һеҙ бына ошоно уҡыған саҡта ла ҡайҙалыр аҙан әйтелә. Һәр ваҡыт. Иҫ киткес бит, эйеме?#быларҡыҙыҡлы© t.me/dinigilem
  • Дини ғилем

    14 Jul, 15:20

    ✍️ Аҡида һәм логика🎙 Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Теге егет логика тураһында яҙа. "Уйлан, логикаңа таян. Беҙ бит бәләкәй бала түгел, "күҙ йомоп" алданып ултырырға... Кешелә логика булырға тейеш. Ә ваһһабиҙарҙа логика юҡ", – тигән. Логика тураһында аңлатып ебәр әле. Интернетта төрлөсә яҙалар, яҡшылап аңлап етмәнем.📎 Аллаһтың ҡыҙғаныуын һәм Уның башҡа сифаттарын дөрөҫ аңлау#һорауяуап #аҡида #мәнһәж© t.me/dinigilem
  • Дини ғилем

    14 Jul, 14:00

    💝 Бетеү тағыу хөкөмө❓ ҺОРАУ: Кешенең ҡулына йәки муйынына тағылған һәм бәлә-ҡазанан аралау өсөн тәғәйенләнгән бетеүҙәрҙең хөкөмө ниндәй? Ә әгәр улар Ҡөрьәндән булһа, уларҙың хөкөмө нисек?❗️ ЯУАП: Шик юҡ, талап ителгәне – ул бөтә ваҡыттарҙа ла кешенең шәриғәттә килгән сараларҙы ҡулланыуы. Мәҫәлән, Сөннәттә килгәнсә, "Көрси" аятын, "Ҡүл һүә-Ллаһү әхәд", "Фәләҡ" менән "Нәс" сүрәләрен һәм башҡаһын уҡыһын.Әммә уларҙы яҙып, бетеү итеп тағып йөрөтөүгә килгәндә, бында ғалимдар араһында ихтилаф (фекер төрлөлөгө) бар. Берәүҙәре уны рөхсәт иткән һәм Аллаһ Тәғәләнең:📖 "Беҙ Ҡөрьәндән мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхимлек булған нәмәләр төшөрәбеҙ" (Ҡөрьән, 17:82), –тигән аятының дөйөм мәғәнәһенә таянған. "Аллаһ Ҡөрьәндә шифа бар икәнлеген әйткән, әммә уны ҡулланыу йәһәтенән сикләмәгән. Шуға күрә, әгәр Ҡөрьән нисектер шифа өсөн
  • Дини ғилем

    13 Jul, 15:40

    ✍ Ҡатын-ҡыҙҙар мәжлесеҺорау: Ҡөрьән ашы мәжлестәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре генә Ҡөрьән уҡып, үҙҙәре генә доға ҡылыуы модаға кереп китте. Элек уҡымышлы муллалар, ҡатындарҙың Ҡөрьән уҡыуы дөрөҫ түгел, уның сауабын мәрхүмдәргә бағышлап булмай, тип әйтәләр ине. Мулла булмағанда абыстай уҡыһа, ул үҙенең уң яғына алты йәше тулмаған ир бала ултыртһын, тип өйрәтәләр ине.Яуап: 1) Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә Ҡөрьән мәжлесенә йә ниндәй ҙә булһа бүтән ашҡа йыйыла ала. Бының бер гонаһы ла юҡ.2) Ҡатын-ҡыҙҙарға сит ирҙәр алдында Ҡөрьән уҡырға ярамай (элекке муллалар, моғайын, шул турала әйткәндер). Әммә үҙҙәре генә ҡалһалар, бер сит ир-егет тә уларҙы ишетмәһә, Ҡөрьәнде тауыш менән уҡый алалар.3) Ҡатын-ҡыҙҙар мәжлесендә мотлаҡ берәй ир бала (сабый) ултырырға тейеш, тигән талап юҡ диндә.Бәлки, алты йәшкә тиклемге ир бала алдында ҡатын-ҡыҙ Ҡөрьән уҡый ала, тип әйтергә теләгәндәрҙер (был дөрөҫ,
  • Дини ғилем

    13 Jul, 08:08

    🕋 Аллаһтың беҙгә өндәшеүеПәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең бер ҡудси хәҙисендә Аллаһ Тәғәләнең беҙгә әйткән шундай һүҙҙәрен еткерә:🌟 "Эй Әҙәм балаһы! Миңә доға ҡылып, Миңә өмөт бағлап тораһың икән, нимәләр генә эшләһәң дә, Мин һине ғәфү итермен, был Миңә бер ни түгел. Эй Әҙәм балаһы! Гонаһтарың һауалағы болоттарға барып етеп тә, ләкин Минән ярлыҡау һорайһың икән, Мин һине ғәфү итермен, был Миңә бер ни түгел. Эй Әҙәм балаһы! Миңә Ер эсен тултырырлыҡ хаталар менән килеп тә, ләкин ширек гонаһын ҡылмаған хәлдә Мине осратҡанһың икән, Мин дә һине шул ҡәҙәрле (Ер эсен тултырырлыҡ) ярлыҡау менән ҡаршы аласаҡмын!"يا ابنَ آدمَ إنك ما دعَوتَني و رجَوتَني غفَرتُ لك على ما كان فيك و لا أُبالي، يا ابنَ آدمَ لو بلغَتْ ذنوبُك عَنانَ السماءِ ثمَّ استغفرتَني غفَرتُ لك و لا أُبالي، يا ابنَ آدمَ إنك لو أتيتَني بقُرابِ الأرضِ خطايا ثمَّ لقِيتَني
  • Дини ғилем

    12 Jul, 09:43

    📝 "У башкир не только запрещается бить жену, но не дозволяется даже грубо обходиться с нею. Если башкир грубо обходится со своей женой, то она может просить развода, обратиться за помощью к своим родным или к мулле. Она не подвергается никаким грубым насилиям
  • Дини ғилем

    12 Jul, 07:25

    📝 "У башкир не только запрещается бить жену, но не дозволяется даже грубо обходиться с нею. Если башкир грубо обходится со своей женой, то она может просить развода, обратиться за помощью к своим родным или к мулле. Она не подвергается никаким грубым насилиям со стороны семейных. С другой стороны, и жена должна угождать мужу, ухаживать за ним, не грубить и т.д.Всё хозяйство лежит на жене, и муж мало вмешивается в это дело. Небольсин говорит, что в продолжение целого лета у женщины только и работы, что ухаживать за кобылами и коровами, смотреть за приготовлением кумыса, бить масло да готовить курут. В летнее страдное время работы, конечно, прибавляется. Зимой женщины занимаются шитьём, валяньем шерсти для сукна, иногда – вышиванием и т.д. По наблюдениям Небольсина, во время менструации труд женщин облегчается. Во время этого периода она считается
  • Дини ғилем

    11 Jul, 17:44

    ✍️ Аҡсаға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (1)1) Һорау: Йәшәргә урыны юҡ кеше кредит алып, шул аҡсаға өй йә фатир һатып алһа, йә ипотекаға торлаҡ алһа, был да гонаһ буламы?Яуап: Кредит йә ипотека буйынса түләй алырлыҡ кешенең, тимәк, ҡуртымға (урыҫса – арендаға) түләргә лә аҡсаһы бар. Һәм ул шулай ҡуртымға фатир йә өй алып, ҡуртым өсөн түләп йәшәргә тейеш тә. Әммә кредитҡа йә ипотекаға торлаҡ алырға ҡәтғи рәүештә ярамай (харам).Йә махсус мосолман ойошмаларынан торлаҡты бүлеп түләүгә һатып алһын.➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖2) Һорау: Пенсия кәртендә йыйылып ятҡан аҡсаға банк процент өҫтәп түләй, уны бүләк итеп ҡабул итергәме икән? Уны беҙ ҡуллана алабыҙмы? Шуның шартын белмәйем.Яуап: Беренсенән, аҡсаны банкыға процент өҫтәлмәҫлек итеп һалырға мөмкин тиклем саралар күрегеҙ (ҡайһы бер банкыларҙа "хәләл" иҫәп асыу ҡаралырға мөмкин, шул турала ла һорашығыҙ). Бәлки,
  • Дини ғилем

    11 Jul, 12:59

    🔚 Ҡөрьән яҙылған бетеүҙәр яраймы?Бетеүҙәр ике төрлө була: Ҡөрьән-Кәрим аяттарынан торғандары һәм башҡа нәмәләрҙән торғандары.Ҡайһы бер сәләфтәрҙән балаларҙың муйындарына йәки ҡулдарына Ҡөрьән аяттарынан бетеү тағырға рөхсәт итеүҙәре риүәйәт ителә. Мәҫәлән, Ғата, Мөхәммәт әл-Бәҡир, Әхмәт ибн Хәнбәл һәм башҡа имамдарҙан шундай риүәйәттәр бар. Шулай уҡ, Ислам шәйехе Ибн Тәймиә, Ибн әл-Ҡаййим, Ибн Хәжәр әл-Ғәсҡаләни кеүек ғалимдар ҙа, әгәр бетеү Ҡөрьән-Кәримдән икән, бында насарлыҡ юҡ, тигәндәр. Бигерәк тә – әгәр ул балаларға тағылған булһа.Быға дәлил Ғәбдүллаһ ибн Ғәмр, мөьминдәрҙең әсәһе Ғәйшә бинт Әби Бәкр кеүек сәхәбәләрҙән килгән (Аллаһ уларҙан риза булһын). Мәҫәлән, Ғәбдүллаһ ибн Ғәмр сәхәбә үҙенең доға уҡый белмәгән балаларына доғаны бетеү итеп тағыр булған. Шуға күрә сәләфтәрҙең ҡайһы берҙәре Ҡөрьән аяттарынан һәм доғаларынан торған бетеүҙәрҙе
  • Дини ғилем

    9 Jul, 14:14

    🪢 Бәләнән һаҡланыу йә уны бөтөрөү өсөн йөҙөк йә беләҙек тағыу, еп бәйләү һәм башҡа шундай эштәр – ширек📖 "Үҙегеҙҙең Аллаһтан тыш доға ҡылған нәмәләрегеҙ тураһында уйланаһығыҙмы һеҙ? Әгәр Аллаһ миңә зарар теләһә, улар был зарарҙан ҡотҡара аласаҡтармы? Ә Аллаһ миңә рәхимлек теләһә, улар Уның рәхимлеген тотҡарларға мөмкинме?!" – тип әйт. "Миңә Аллаһ етә! Тәүәккәлләүселәр фәҡәт Уға тәүәккәлләй!" – тип әйт", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 39:38).➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖🌟 Ғимран ибн Хүсайн (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, бер мәл Пәйғәмбәр ﷺ ҡулына еҙ беләҙек таҡҡан бер ирҙе күреп ҡала һәм унан:– Ҡайғы һиңә! Был нимә? – тип һорай. – Ҡулымда көсһөҙлөк булмаһын өсөн, – тип яуаплай ир. Пәйғәмбәр ﷺ иһә: – Ысынында, ул һиңә көсһөҙлөктән башҡа бер ни өҫтәмәй! Сисеп ташла үҙеңдән, шуны таҡҡан көйө үлһәң, бер ваҡытта ла уңышҡа