Latest posts

Ашҡаҙар - моңло радио
3 Apr, 11:09edited
Беҙгә макста ҡушылығыҙ🤝https://max.ru/join/EjEKNH41ZgpQPVUMA9sBw8qbWfJj9Bug5rOluKX5H1AMAXMAX – быстрое и легкое приложение для общения и решения пов…
Ашҡаҙар - моңло радио
3 Apr, 09:03
Ахырыһы, хаталанмай ысын бәхет килмәй. Әхмәр Үтәбай✍️ #ҡанатлыһүҙҙәр
Ашҡаҙар - моңло радио
3 Apr, 03:59
3 апрель, йома🌿☀ 08:15, 15:15, 20:45. «Был көн». 09:15, 15:45. «Ҡомартҡы». «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». 09:45, 16:45. «Рухиәт». «Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге». 10:15, 17:15. «Радио фондынан». «Мәңгелек моң». Юлай Үзәнбаев ижады. 11:15, 18:15. «Алтын фондтан – алтын яҙмалар». 11:45, 18:45. «Фатиха». 12:15, 19:15. «Беҙҙең донъя». «Сәхнә мине үҙенә арбаны». Ҡунаҡ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Һағынбаев. 14:15, 21:15. «Сәсмәүер». Гөлназ Ҡотоева «Ҡош юлынан барам». 1,2 бүлек. 14:50, 21:50. «Илһөйәр». «Башҡортостан ҡоштары». 16:15, 20:15. Мәҙәниәт көндәлеге.
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 16:09edited
ЯМҒЫРЛЫ ТӨН Халҡым күңелендә - моңло йырҙар, Минең күңелемдә - шиғырҙар. Балҡып килгән йылдың дауамында Төнгә ҡалған ямғыр шыбырҙай.Халҡым, халҡым! Һүнмәҫ ялҡын булып, Күңелемдә ҡасан ҡабындың? Офоҡ ярып уйнай нәжәғәйҙәр - Ғүмер буйы утҡа табындым.Тып-тып яуа күктән йылы ямғыр - Һиллектә лә ауыр һағыш бар. Йөрәк уты илде йылытырмы - Ир һүҙе лә тигән намыҫ бар. Вил ҒҮМӘРОВ #шиғриәт_тулҡынында✅1949 йылдың 2 апрелендә Учалы районы Ҡобағош ауылында журналист, шағир һәм тәржемәсе Вил Ғүмәров тыуған.
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 13:35
«Ҙур сәхнәгә аҙымдар яһағанда тәүге йырҙарымдың береһе ошо ине», - ти күптәргә бәләкәй сағынан таныш йырсы Зөлхизә Илбәкова.Бөгөн ул «Беҙҙең донъя»ла ҡунаҡта булды. Тапшырыуҙы ҡабатлап 19:15 сәғәттә тыңларға мөмкин.
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 09:46
Һөйөнсө! Беҙҙә ейәнсәр тыуҙы!🎉Хеҙмәттәшебеҙ - "Ашҡаҙар" радиоһының өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова икенсегә өләсәй булды: уның ейәнсәре тыуҙы.Салауат менән Гөлгөнәне беренсе тапҡыр атай-әсәй булыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Сабый һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булып үҫһен🌸
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 09:14edited
✍🏼Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл тәүге тапҡыр "Ашҡаҙар" радиоһында ла яңғырай!Йылдағыса, 17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Барығыҙҙы ла унда дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ.Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) БЮТ каналында һәм "Ашкаҙар" радиоһында тура эфирҙа башлана. Шул уҡ ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар.Онлайн яҙыусылар 17 апрелдең 23:59 сәғәтенә (Өфө ваҡыты) тиклем диктантты яҙа ала. bashdictant.ru сайтында улар өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ.
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 09:02
Мөхәббәткә тоғролоҡ кешене бәхетле итә. Тайфур Сәғитов✍️ #ҡанатлыһүҙҙәр
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 07:16
2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө📕Халыҡ-ара балалар китабы көнө 1967 йылдан бирле 2 апрелдә билдәләнә. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла.❓Ә һеҙ балаларығыҙ менән бергәләп китап уҡыйһығыҙмы?
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 05:15
Бар яҡтан да талантлы“Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була” тигән фекергә “Уйна, гармун” тапшырыуының бөгөнгө ҡунағы Рушан Ҡәләмов асыҡ миҫал. Ул гармунда, ҡурайҙа, гитарала уйнай, матур йырлай ҙа.🎙Бөгөн 10:15, 18:15 сәғәттә уның хаҡында тапшырыу тыңларға онотмағыҙ.Яҙмала ҡунағыбыҙ һинд көйөн башҡара.
Ашҡаҙар - моңло радио
2 Apr, 03:59edited
2 апрель, кесаҙна🌿☀ 08:15, 15:15, 20:45. «Был көн». 09:15, 15:45. «Ҡомартҡы». «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». 09:45, 16:45. «Рухиәт». «Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге». 10:15, 17:15. «Уйна, гармун». Рушан Ҡәләмов. 11:15, 18:15. «Алтын фондтан – алтын яҙмалар». 11:45, 18:45. «Шиғри тулҡын». Шәүлиә Зөлҡәрнәева. 12:15, 19:15. «Беҙҙең донъя». «Урал батыр» уҡыуҙары. «Илһеҙ етем түгел мин". Ҡунаҡтар – ӨФТУ доценты, педагогик дизайн оҫтаханаһы етәксеһе Фәриҙә Ғүмәрова һәм йырсы, "Йомаҡ" этно төркөмө солисы Зөлхизә Илбәкова. 14:15, 21:15. «Сәсмәүер». Кирәй Мәргән «Ҡорманай ярында». 14:50, 21:50. «Илһөйәр». «Башҡортостан ҡоштары». 16:15, 20:15. Мәҙәниәт көндәлеге.
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 15:37edited
ШЫҢШЫМАЙ КӨРӘШЮғалтыуҙар йәшендә мин, Табыштар ҙа булғылай. Олоғайыуым еткәндер — Күңел йышыраҡ тулғылай.Юғалтыуҙар йәшендә лә Йәшәп була икән ул, Рухлы йәштәргә таянып Йәшнәп була икән ул!СССР заманында Йәшәргә теләһәм дә, Булмаҫ йәшәп, ғүмеремде Йөҙ ҡабат иләһәм дә.Үткәндәргә үкенмәйем, Ул үкенеү иҫәрлек, Миндә тәжрибә тупланған
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 10:51edited
Өфө ҡалаһы тарихы музейы Черниковкаға бәйле материалдар йыйыу акцияһын иғлан итте.Сара 1956 йылдың 24 июлендәге тарихи ваҡиғаға бағышлана. Нәҡ ошо көндө РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән Черниковск ҡалаһы Өфө составына индерелә.Музей фондын байытыу маҡсатында һәр кем ул осорға ҡараған шәхси әйберҙәр тапшыра ала. Был хаҡта студиябыҙ ҡунағы - тарих фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһы тарихы музейы директоры Тимур Ильясов хәбәр итте. Айгөл Малакаева яҙып алды.
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 09:33
Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән "Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!" тигән яңы фильм донъя күрҙе.Премьера 30 мартта Өфөләге "Ватан" кинотеатрында үтте. Фильм Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" кинотеатрында төшөрөлгән, режиссеры - Вилюрә Иҫәндәүләтова, сцеанрий авторы - Мәғәфүр Тимербулатов. Картина Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән.Нәфис фильм сентябрҙә прокатҡа сығырға тейеш.
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 09:01
Бер нәмә лә ерҙә юҡҡа түгел: йә яҡшыға, йә яманға. Мәхмүт Һибәт✍️ #ҡанатлыһүҙҙәр
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 05:41edited
Номерлы мөхәббәт«Беренсе мөхәббәт тип йырлайбыҙ, һөйләйбеҙ. Беренсеһе булғас, Икенсе, Өсөнсө мөхәббәттәр ҙә була микән? Минеңсә, Мөхәббәт берәү генә була, йәки булмай ҙа ҡуя. Бына был шиғырҙы "БЕРЕНСЕ мөхәббәт" тигән һүҙбәйләнешкә пародия тип аңларға кәрәктер», - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов.Әйткәндәй, күптәребеҙ уны Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк эстрада театры артисы тип белә.
Ашҡаҙар - моңло радио
1 Apr, 03:59
1 апрель, шаршамбы🌿☀ 08:15, 15:15, 20:45. «Был көн». 09:15, 15:45. «Ҡомартҡы». «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». 09:45, 16:45. «Рухиәт». «Исемдәр донъяһында». 10:15, 17:15. «Радио фондынан». «Йыр эҙләп». Вәкил Мурзин ижады. 11:15, 18:15. «Алтын фондтан – алтын яҙмалар». Башҡорт халыҡ йыры «Ҡара тауыҡ». Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара. 11:45, 18:45. «Шиғри тулҡын». Марсель Сәлимов. 12:15, 19:15. «Беҙҙең донъя». «Өфө ҡалаһы ни өсөн батыр?». Ҡунаҡ - тарих фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһы тарихы музейы директоры Тимур Ильясов. 14:15, 21:15. «Сәсмәүер». Нажибәк Хафизов «Шаян хикәйәләр». 14:50, 21:50. «Илһөйәр». «Башҡортостан ҡоштары». 16:15, 20:15. Мәҙәниәт көндәлеге.
Ашҡаҙар - моңло радио
31 Mar, 16:43
Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина башҡорт халыҡ йырҙарын ифрат оҫта башҡарҙы. Телевидение фондында һаҡланған "Ашҡаҙар" йырын тәҡдим итәбеҙ. Режиссеры Әмир Абдразаҡов. 1968 йылғы яҙма.
Ашҡаҙар - моңло радио
31 Mar, 15:44edited
Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ишмөхәмәтов "Театр яҙы - 2026" фестивалендә Арыслан Мөбәрәков исемендәге премияға лайыҡ булды."Был минең өсөн көтөлмәгән оло ваҡиға булды", – ти Артур.Бөгөн ул "Беҙҙең донъя" тапшырыуында ҡунаҡта булды. Әңгәмәне ишетмәй ҡалғандар, уны ошонда тыңлай ала:https://vk.com/wall-108520876_286939 Гүзәл Зарипова.
Ашҡаҙар - моңло радио
31 Mar, 15:13edited
AY YOLA төркөмөнөң Homay музыкаль клибы «Иң яҡшы йыр» номинацияһында Berlin Music Video Awards премияһы исемлегенә инде.Berlin Music Video Awards - 2013 йылдан Берлинда уҙған халыҡ-ара музыкаль клиптар фестивале. Ул бар донъянан режиссерҙарҙы, музыканттарҙы һәм продюсерҙарҙы берләштерә, йыл һайын төрлө илдәрҙән тиҫтәләгән проект туплай. «Был беҙҙең өсөн бик мөһим! Маҡсатыбыҙ шул уҡ – донъяла «Урал батыр» эпосы һәм Башҡортостан тураһында мөмкин тиклем күберәк кеше белһен, - ти артистар. - Беҙҙең клиптарҙы ҡараған һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ".
Related Channels
Other channels in the same section of the catalogue.
